Болан культы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Болан культы
13-сө быуат инглиз ҡулъяҙмаһында Изге Губерт / Изге Юстас (Марчиан китапханаһы)

Болан культы (рус. Культ оленя) — боронғо кешенең тотем хайуан — болан менән тылсымлы бәйләнеше һәм уға табыныуы. Башҡорттарҙа исламға тиклемге традицион дини инаныуҙар элементы.

Фольклорҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боландың тылсымы үҙгәрештәргә дусар булып, өлөшләтә һаҡланған һәм традицион мәҙәниәттең төрлө аспекттарында сағылыш тапҡан. Башҡорт фольклорында боландар күктән төшкән һәм Ҡояш культы менән бәйле изге хайуан ролен үтәй. Пермь крайы ғәйнә башҡорттары легендаһында боландар ярҙамында ғәйнә ҡәбиләһе ата-бабаһы, Әйнә менән Ғәйнә, тыуған ерен таба.

Ике һунарсы, Әйнә һәм Ғәйнә, Тол йылғаһының үҙәненә боланға атланып һунарға сыға. Ҡапыл уларҙың боландары бер урында тапана һәм тояҡтары менән тибенә башлай. Ер ярыла һәм ут атылып өҫкә ҡалҡа. Мәмерйәгә инеү урыны асыла, унда убыр (варианттары: аждаха-аждаһа; ут хужабикәһе Тулава) (цф. морҙағы «Тол-ава» Дов хөрәфәттәрендә, Мариҙа — «Тул-ава» — ут хужаһы) Ҡояшты йәшереп, инеү урынын ҙур таш менән ябып ҡуя. Батырҙар ҡояшты таштан сығарып, боландарҙың береһенең мөгөҙөнә элеп, Тол йылғаһының икенсе ярына күсерә. Шунда ҡояшты ебәрәләр, һәм ул күккә күтәрелә, ерҙе һәм бөтә донъяны яҡтырта [1].

Мөгөҙөндә ҡояшты йөрөткән болан образы «Ҡыран батыр» әкиәтендә һүрәтләнә. Һуҡыр мөгөҙҙәре араһында ҡояш эленеп торған болан артынан бара. Болан тирә-яҡты яҡтыртып бара. Һуҡыр боландан бер аҙым да артта ҡалмай, сөнки ул тик ҡояш булғанда ғына күрә ала. Әммә болан һуҡыр менән ҡала алмай, сөнки мөгөҙөндәге ҡояшты ҡулһыҙ кешегә вәғәҙә иткән була[2].

Төньяҡ башҡорттарҙың легенда һәм риүәйәттәрендә болан — ырыуҙы ҡурсалаусы, балаларҙы һәм етемдәрҙе яҡлаусы, бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарыусы. Бала тыуыуға бәйле йолаларҙың күптәре болан культы менән бәйле. Башҡорттар бала тыуыу менән болан араһында тылсымлы бәйләнеш булыуына ышанған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында (Ғ.Сәләм версияһы) инә болан балалар тыуыуы тураһында хәбәр килтереүсе булып сығыш яһай:

Юлдың береһе уңға, икенсеһе һулға китә икән, ти. Күсәр хан уң яҡҡа, Күсмәҫ хан һул яҡҡа китте, ти. Хәтһеҙ йөрөгәс, былар бер-береһенә яңынан тап булышҡандар, ти. Шул ерҙә Күсәр хан: — Йә, Күсмәҫ, һин ниҙәр күрҙең? — тип һораны, ти. Күсмәҫ хан: — Мин бер болан осратҡайным, атмаҡсы булып, йәйәмде ҡулға алһам, болан абсая [3] баҫты ла торҙо, имсәктәренән һөтө эйеп китте. Йәлләнем дә, атманым… Ә һин нимә күрҙен, Күсәр хан? — тип әйтте, ти. Күсәр хан: — Мин дә бер болан күрҙем. Атмаҡсы булып, йәйәмде алғайным, ул да абсая баҫты ла торҙо, имсәктәренән һөтө эйеп китте. Йәлләнем дә, атманым, — тине, ти. Шунан һуң Күсмәҫ хан Күсәр хандан: — Был беҙҙең күргәндәр нимә булыр тип уйлайһың? — тип һораны, ти. Күсәр хан: — Минең бисәм йөклө булып ҡалғайны, шул бала тыуғандыр, тип уйлайым, — тип юраны, ти. Күсмәҫ хан да: — Минең бисәм дә йөклө булып ҡалғайны. Мин дә шулайҙыр тип уйлайым, — тине, ти. Шунан: «Әгәр ҙә беҙҙең юрағандарыбыҙ дәң килеп [4] беребеҙҙең ҡыҙ, беребеҙҙең ул булһа, ҡоҙа булышырбыҙ», — тип һүҙ ҡуйыштылар, ти, былар[5].

Болан мөгөҙө им-томдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Традицион башҡорт хөрәфәттәрендә болан мөгөҙө һаҡлағыс булған: ҡарындағы бала имен-һау үҫешһен (ғәйнәләрҙә), сабыйҙы яуыз көстәрҙән (үҫәргәндәрҙә), күҙ тейеүҙән һаҡлаһын, өйҙә муллыҡ булдырыуға ярҙам итһен өсөн, уны ишек башына ҡаҡҡандар. Төйөлгән болан мөгөҙө төнәтмәһе ҡатындарға ауырға ҡалырға булышлыҡ итә, ғүмерҙе оҙайта һәм бәхет килтерә, тип ышануҙар булған[1].

Биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Болан һәм болан мөгөҙө һүрәте рәүешендәге орнамент (биҙәктәр) башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә, һарауыс, еләндәрҙә, түшелдеректәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эйәр тарҡыларында (таҫмаларында) киң файҙаланылған һәм һаҡлағыс бурысын үтәгән[1].

Һунарсылыҡ менән бәйле хөрәфәттәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Болан культы башҡорттарҙың һунарсылыҡ алып торған традицион йәшәү рәүеше һәм хужалығы менән бәйле хөрәфәттәрендә сағылыш таба. Һунарсылар боландың кеше телен аңлауына ышанған, шуға ла уны һунарҙа кинәйәләп «ҡыр һыйыры» тип атаған. Боланды ололау башҡорттарҙың ҡайһы бер ырыу-ҡәбилә төркөмдәрендә боланды тәү ата-баба тип уйлауға барып тоташа, был һаҡланып ҡалған этнонимдарҙа, мәҫәлән, һалйот ҡәбиләһенең бөрө ырыу бүленеше (төрки-монгол халыҡтарында pur-/ bur- нигеҙле терминдар «болан» төшөнсәһен белдерә) атамаһында күренә. Йәнлек стилендә эшләнгән археологик табылдыҡтар араһында үҙәк урындарҙың береһен биләгән болан һынлы предметтар (Филипповка, Ғүмәр ҡәберлектәрендә) киң таралыуы билдәле[1].

Донъя мифологияһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рама алтын боланды үлтерә Рамаянала

«Болан-ҡояш» мотивтары Кавказ, урал-алтай, һинд-европа халыҡтары һәм Төньяҡ Америка индеецтары мифологияһында киң таралған. Боронғо Һинд поэмаһы Рамаянала «алтын мөгөҙлө болан», ҡояш кәүҙәләнеше бар. Болан — йәшен һәм күк яҡтылығы аллаһы Решефтың изге хайуаны. Яҡты болан-ҡояш боронғо грек мифологияһына билдәле. Серб-хорват, словен, болгар һәм македон каролет йолаларында нурлы боландар һүрәтләнә[1]

«Магор һәм Хунор» венгр мифологияһында мадьяр халыҡтарына нигеҙ һалыусылар һунарҙа аҡ боланды эҙәрлекләй. Болан уларҙы Скифия тип аталған билдәһеҙ бер илгә алып килә. Хунор менән Магор тоҡомдары - һундар һәм мадьярҙар Скифияға күсеп ултыра. Бөгөнгө көнгә тиклем күп мөгөҙлө, башы яурын аша артҡа боролған болан Венгрияның эмблемаһы булып тора[6].

Боланға кире ҡараш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Болан башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадында, халыҡ сәнғәтендә һәм дини инаныуҙарында кешеләрҙең фекер йөрөтөү рәүешенең ғөрөф-ғәҙәттәренә һәм этик нормаларына һәр ваҡыт тап килмәй.

«Урал батыр» эпосында Урал йөҙ аҙым оҙонлоҡтағы ҙур йыланға, Зәрҡүмгә, мөгөҙҙәрен һындырып боланды йоторға ярҙам итә. «Ҡояшлы ҡыҙ» әкиәтендә ҡыҙҙың ҡайҙалығын белгән болан егеткә ярҙам итергә теләмәй һәм уға юл күрһәтмәй. Ошо фольклор сюжеттары «Урал батыр» эпосы һәм «Ҡояшлы ҡыҙ» әкиәтен ижад итеүселәр боланға ла, йыланға ла ихтирам күрһәтмәгән, тип фаразларға мөмкинлек бирә. Эпос йөкмәткеһенән сығып фекер йөрөткәндә, улар атҡа хөрмәт күрһәткән. «Урал батыр»ҙың нигеҙендә борон Көньяҡ Уралда булған реаль ваҡиғалар — йыланға табыныусылар һәм боланға табыныусылар араһындағы бәрелештәр ятыуы бик тә ихтимал. Был көрәштә Урал ырыуҙаштары тәүҙә йыланға табыныусылар менән изге мөнәсәбәттә булғандыр, күрәһең — Урал боланға түгел, ә йыланға ярҙам итә[1].

Боланға кире ҡараш башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында ла сағыла. Манси, болан (мышы) ҡартайған мәлдә кешеләрҙе йотоусы ҡурҡыныс мамонтҡа әүерелергә мөмкин, тип фаразлайҙар. Лапландияла боронғо заманда аҡ болан-ҡыҙ кешеләрҙе үлтерә тигән легенда киң таралған.

Башҡортостан райондары символикаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Йылайыр районы гербы. Гербта ҡорал менән Ватанды дошмандан һаҡлаусы яугирҙы, шулай уҡ ергә һөйөү, халыҡтың ҡыйыулығы һәм миһырбанлылығын символлаштырған изге болан төшөрөлгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]