Бочаров Владислав Алексеевич
Владислав Алексеевич Бочаров (рус. Бочаров, Владислав Алексеевич; 1997 йылдың, Белорет, Башҡортостан Республикаhы — 2025 йылдың 22 марты, Запорожье өлкәһе) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, диңгеҙ пехотаһы офицеры, гвардия капитаны. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2026, үлгәндән һуң).
Биографияһы
1997 йылда Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында тыуған. 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Армия генералы В. Ф. Маргелов исемендәге Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһын (рус.)баш. ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Балтик флотының 336-сы айырым гвардия Белосток диңгеҙ пехотаһы бригадаһында хеҙмәт итә. 2021 йылда команда составында Армия халыҡ-ара уйындары еңеүсеһе була.
- МХО-ла ҡатнашыуы
Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк разведка ротаһы командиры вазифаһында алғы һыҙыҡта хәрби бурыстар үтәй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғлүмәттәре буйынса, Бочаров етәкселегендәге подразделение дошмандың техникаһын һәм ҡоралдарын уңышлы юҡ итә, шулай уҡ мина яландарын таҙарта. Офицер күп тапҡырҙар яралы иптәштәрен һуғыш яланынан эвакуациялауҙа шәхсән ҡатнаша[1].
2025 йылдың 22 мартында Запорожье өлкәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Хушлашыу тантанаһы 2025 йылдың 3 апрелендә Белорет ҡалаһының Геройҙар аллеяһында үтә[2][3].
2026 йылдың 27 ғинуарында Өфөлә һәләк булған яугирҙың ата-әсәһенә Рәсәй Геройының «Алтын Йондоҙон» тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм Балтик флоты командующийы адмирал Сергей Липилин ҡатнашты[4].
Наградалары
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (2026 йылдың ғинуары, үлгәндән һуң) — «Алтын Йондоҙ» 2026 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостан Башлығы тарафынан геройҙың ата-әсәһе Юлия һәм Алексей Бочаровтарға тапшырылды;
- Ҡаһарманлыҡ ордены;
- Генерал Шайморатов ордены (2025, үлгәндән һуң);
- «За отвагу» миҙалы;
- Ушаков миҙалы;
- «Хәрби отличиелар өсөн» миҙалы[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Путин присвоил звание Героя России посмертно гвардии капитану из Башкирии. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Путин присвоил звание Героя России посмертно гвардии капитану из Башкирии. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе передали звезду Героя России родителям Владислава Бочарова. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Владислав Бочаровтың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙо тапшырылды. 27 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Владиславу Бочарову присвоено звание Героя Российской Федерации посмертно. xn--c1aejxbfe9a.xn--p1ai. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.