Браунштейн Александр Евсеевич
Гражданлығы | |
---|---|
Ғилми исеме | академик АН СССР[d] |
Һөнәр төрө | биохимик |
Эшмәкәрлек төрө | Биохимия |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған урыны | |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 13 (26) май 1902 или 1902[2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Леопольд Академияһы и АҠШ фәндәр милли академияһы[d] |
Область интересов | Биохимия |
Ерләнгән урыны | |
Аспиранттар йәки докторанттар | Габибов, Александр Габибович[d] |
Вафат булған көнө | 1 июль 1986 или 1986[2] |
Александр Евсеевич Браунштейн (13 (26) май 1902 йыл, Харьков, Рәсәй империяһы — 1986 йыл 1 июль, Мәскәү, СССР) — совет биохимигы, СССР Фәндәр академияһы академигы (1964), СССР Медицина фәндәре академияһы академигы (1945). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1972). Офтольмолог Н. Е. Браунштейндың ағаһы (1898—1967).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1902 йылдың 13 майында Харьков ҡалаһында профессор-офтольмолог Е. П. Браунштейндың ғаиләһендә тыуған (1864—1926). 1925 йылда Харьков медицина институтын тамамлай.
А. Е. Браунштейндың фәнни эшмәкәрлеге 1925 йылда Мәскәүҙә Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының биохимия институтында башлана, аспирант В. А. Энгельгардт уның ғилми етәксеһе була.
1928 йылда, гликолиздың үҙ-ара мөнәсәбәттәренә һәм ҡыҙыл ҡан тәнсәләрендә фосфат алмашыуға арналған кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1928—1935 йылдарҙа СССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Биохимия институтының һәм Профессиональ ауырыуҙар үҙәк дәүләт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.
1936—1960 йылдарҙа Бөтә Союз эксперименталь медицина институты һәм СССР медицина химияһы институты лабораториялары мөдире.
1960 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының В. А. Энгельгардт исемендәге молекуляр биология институты лабораторияһы мөдире.
1973 йылда ғалимдар «Правда» гәзитенә «академик А. Д. Сахаровтың тәртибен» ғәйепләп яҙған хатҡа ҡул ҡуйыусы СССР Фәндәр академияһы академиктарының береһе була. Хатта Сахаров «Советтар Союзының дәүләт ҡоролошон, эске һәм тышҡы сәйәсәтен яманлаусы бер нисә мөрәжәғәт менән сығыш яһауҙа» ғәйепләнә, ә хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген академиктар «совет ғалимының намыҫын һәм дәрәжәһен хурлау» тип баһалай[3][4].
1974 йылда Сахаров АҠШ-тың Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы итеп һайлана.[5].
А. Е. Браунштейн 1952 йылда химия буйынса Нобель премияһына тәҡдим ителә, тик уны ала алмай. Фән тарихын өйрәнеүселәр баһаһы буйынса, А. Е. Браунштейн, үҙенең тикшеренеүҙәре буйынса Нобель премияһына лайыҡ булған (В. А. Энгельгард Г. П. Георгиев, А. С. Спирин, А. М. Оловниковменән бер рәттән), ләкин ала алмаған Рәсәй ғалим-биохимиктары иҫәбенә инә[6]
А. Е. Браунштейн 1986 йылдың 1 июлендә вафат була. Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнгән[7].
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төп хеҙмәттәре аминокислоталар алмашыу һәм ферменттар химияһы буйынса.
1937 йылда аминокислоталарҙы ҡабаттан аминлаштырыу реакцияһын (М. Г. Крицман менән берлектә) һәм башҡа биохимик әүерелеүҙәрен аса, азоттың ассимиляция һәм диссимиляция процестарында ҡабаттан аминлаштырыуҙың өҫтөнлөклө ролен дәлилләй.
1952 йылда B6 витаминының аминокислоталарҙың күп әүерелеүҙәрендә ҡатнашыуын асыҡлай. Был витамин ингән ферменттарҙың дөйөм тәьҫир итеү теорияһын эшләй (М. М. Шемякин менән берлектә) (1952—1953).
Ю. А. Овчинников һәм хеҙмәткәрҙәр менән берлектә аспартат-трансаминаза ферментының беренсел структураһын аса (1971).
Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Образование аминокислот путём интермолекулярного переноса аминогруппы, «Биохимия», 1937, т. 2, вып. 2 (совм. с М. Г. Крицман);
- Биохимия аминокислотного обмена, М., 1949;
- Теория процессов аминокислотного обмена, катализируемых пиридоксалевыми энзимами, «Биохимия», 1953, т. 18, вып. 4 (совм. с M. M. Шемякиным);
- Витамины группы В и процессы обмена аминокислот (Доклад…), «Украинский биохимический журнал», 1955, т. 27, № 4;
- Главные пути ассимиляции и диссимиляции азота у животных, «Баховские чтения», М.: 1957, т. 12;
- Pyridoxal Phosphate, в кн.: The Enzymes, v. 2, N. Y. — L., 1960;
- Процессы и ферменты клеточного метаболизма. М.: Наука, 1987. 552 с.;
- На стыке химии и биологии. — М.: Наука, 1987. — 239 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (06.06.1972)
- Ленин премияһы (1980) — «Биологические функции, структура и механизм действия ферментов метаболизма аминокислот» эштәр циклы өсөн (1949—1978)
- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1941) — «Образование и распад аминокислот путём интермолекулярного переноса аминогруппы» фәнни эше өсөн (1937—1940)
- Ленин ордены (06.06.1972)
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- миҙалдар
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Браунштейн Александр Евсеевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Braunštejn, Aleksandr Jevsejevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Материалы о Сахарове 2018 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған. из «Хроники текущих событий» № 30, 31.12.1973.
- ↑ Письмо членов Академии наук СССР // «Правда», 29.08.1973.
- ↑ Профиль на сайте Национальной академии наук США (инг.)
- ↑ Абрам Моисеевич Блох. О российских химиках, которые могли стать, но не стали нобелевскими лауреатами
- ↑ Могила А. Е. Браунштейна на Кунцевском кладбище
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Браунштейн Александр Евсеевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Браунштейн Александр Евсеевич . «Герои страны» сайты.
- К 110-летию со дня рождения академика Александра Евсеевича Браунштейна
- Браунштейн Александр — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Профиль Александра Евсеевича Браунштейна РФА рәсми сайтында
- Харьков милли медицина университетын тамамлаусылар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Харьковта тыуғандар
- 26 майҙа тыуғандар
- 1902 йылда тыуғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин премияһы лауреаттары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Кунцево зыяратында ерләнгәндәр
- 1 июлдә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- СССР биохимиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр