Будённый проспекты
Будённый проспекты Дондағы Ростов | |
---|---|
Фотография Оло баҡса урамы яғына Будённый проспекты күренеше | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил | Рәсәй |
Төбәк | Ростов өлкәһе |
Ҡала | Дондағы Ростов |
Район | Киров, Октябрь |
Элекке исемдәре | Таганрог проспекты |
картала |
Буденный проспекты — Дондағы Ростовтың үҙәк проспекттарының береһе, Оло Баҡса урамын киҫә, Ворошилов проспектына параллель үтә.
Элекке атамалары: Таганрог юлы (XVIII быуат), Таганрог урамы (XIX быуат), Таганрог проспекты (XX быуат)[1].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Проспектҡа исем совет хәрби етәксеһе, дәүләт һәм партия эшмәкәре Семён Михайлович Будённый хөрмәтенә ҡушылған.
Граждандар һуғышында Будённый, составында тачанка ҡулланылған Беренсе Атлы армия командирҙарының береһе була. Оло Баҡса урамы менән киҫешкән урында урынлашҡан 32-се йортта тачанкаға арналған барельеф бар.
Буденный проспекты менән киҫешкән урында, Пушкин урамында Будённыйға һәйкәл ҡуйылған.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йорттарҙың номерҙары көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай арта бара.
Проспектта урынлашҡан:
- Хосудовский һәм Рецкерҙың табыш йорто, Буденный проспекты, 10 (һүтелгән). Йорт 1916 йылда Л. Ф. Эберг проект буйынса төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында емерелгән. 1957 йылда был урында Г. Я. Седов исемендәге диңгеҙ училищеһының дүрт ҡатлы ятағы төҙөлә. Әлеге ваҡытта бинаны «Экипаж № 1» диңгеҙ училищеһы биләй[2].
- Юғары партия мәктәбе бинаһы, Буденный проспекты, 20
- И. А. Супрунов тирмәне контораһы, Буденный проспекты, 33;
- элекке Палас-Отель, Буденный проспекты, 43/53;
- Ростов дәүләт циркы, Буденный проспекты, 45;
- Чириков табыш йорто, Буденный проспекты, 46;
- «Асыҡ акционерҙар йәмғиәте Ростелеком» Ростов филиалы бинаһы, Буденный проспекты, 50;
- «Ростов» ҡунаҡханаһы;
- Көньяҡ Корея консуллығы, Буденный проспекты, 60, 7 ҡат;
- Венгрия сауҙа вәкиллеге, Буденный проспекты, 60, 11 ҡат;
- «Ростов» ҡунаҡханаһы, Буденный проспекты, 59;
Оло баҡса урамы менән киҫешкән ерҙә «Макдональдс» Үҙәк универсаль магазин урынлашҡан.