Булатов Рөстәм Баян улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рөстәм Булатов
Рөстәм Баян улы Булатов
2013-12-13. Lumen в Донецке 134.jpg
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме
Тыуған көнө 26 июль 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (44 йәш)
Тыуған урыны Өфө ҡалаһы,
Башҡорт АССР-ы, СССР
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Һөнәре йырсы, йырҙар авторы
Йырсы тауышы төрө лирический тенор[d]
Жанр рок
альтернатив рок
пост-гранж
ню-метал
Псевдоним Тэм
Коллектив Lumen
lumen.ws
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Булатов Рөстәм Баян улы, «Тэм» (26 июль 1980 йыл) — йырсы, 1997 йылдан «Lumen», 2014 йылдан — "23" төркөмө вокалсыһы һәм йыр текстары авторы.

Рөстәм Баян улы Булатов 1980 йылдың 26 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Тамамланмаған юғары белемле[1]. Өйләнгән, ике ул үҫтерә. Уҡыуын 5-се курста диплом яҡлар алдынан ташлай. Һуңынан бер интервьюһында юрист һөнәре әхлаки һәм рухи планда бик таҙа булмауы тураһында белдерә.

Вокалист һәм йырҙар авторы булараҡ, тыңлаусылар уны төркөм лидеры тип таныһа ла, ул үҙен лидер тип һанамай. «Тэм» псевдонимы - уның русса исеменең аҙаҡы өлөшө. Рөстәм Булатов биографияһы «Lumen» төркөмө биографияһынан айырылғыһыҙ. Даны танылғанлығына ҡарамай, ул Өфөлә йәшәй.

Рөстәм Булатов лирикаһында социаль мәсьәләләр, кешенең эске тойғолары, үҙ мәнфәғәтен генә күҙәтеүсе тар ҡарашлы кешеләргә ҡаршы ҡараш ята[2]: Ижадында кеше һәм дәүләт мөнәсәбәте, властағы кешеләрҙең яуаплылығына бәйле мәсьәләләр ҙүр урын алған.

  1. Илья Легостаев Lumen: «Земфира разрешила нам существовать» 2009 йылдың 16 май көнөндә архивланған. // МК-Бульвар. — 8 ноября 2004
  2. Александр Вишневский Рустем БУЛАТОВ, вокалист группы Lumen: «Нам плохо, не потому, что нам сделали плохо, а потому, что мы этого заслуживаем» 2011 йылдың 2 сентябрь көнөндә архивланған. // Новая газета. — № 82 — 4 ноября 2004