Lumen

«Lumen» (лат. lumen; рус. свет — яҡтылыҡ) — Рәсәй рок-төркөмө. 1998 йылда Өфөлә ойошторолған.

Тарихы

Тәүге йылдары (1996—2000)

«Lumen» төркөмөнең буласаҡ һуҡма музыка ҡоралдарында уйнаусыһы Денис Шаханов 1996 йылда артабан йәшәү өсөн Өфө ҡалаһының Һупайлы биҫтәһенә күсә. Төркөмдөң буласаҡ гитарасыһы Игорь Мамаев бында уның күршеһе булып сыға. Рок-музыка менән мауығыу уларҙы тағы ла яҡынайта һәм шул уҡ 1996 йылда егеттәр яратҡан музыкаль төркөмдәренең йырҙарын бергә башҡара башлай. Үҙҙәренең вокал һәләттәре әллә ни яҡшы булмағанлыҡтан, улар дуҫтары Ренат Бикбаевты саҡыра һәм бергәләп подъездарҙа йәштәр өсөн импровизацияланған концерттар ойоштора. Әммә Ренат күберәк КВН уйыны менән мауыға, һәм егеттәр яңы вокалсы эҙләргә мәжбүр була. Улар рок-музыканы бик яратҡан һәм быға өҫтәп шиғырҙар яҙған класташтары Рөстәм Булатовҡа туҡтала. Рус рок-төркөмдәренең йырҙарын башҡарыу ғына егеттәрҙә әллә ни ҡәнәғәтлек тыуҙырмай, улар, юғарыраҡ кимәлгә ынтылыуҙарын аңлап, үҙҙәре йырҙар сығара башлай. Бер үк ваҡытта репетициялар өсөн бина һәм музыка ҡоралдары эҙләү башлана, сөнки Һамарҙа етештерелгән ике акустик гитаранан һәм шейкер итеп ҡулланылған ҡалай кофе банкаһынан башҡа бер нәмә лә булмай. Шулай итеп, буласаҡ «Lumen» төркөмөнең төп өлөшө барлыҡҡа килә һәм ул бөгөнгө көндә лә үҙгәрешһеҙ ҡала.

1997 йылда төркөм урындағы йәштәр үҙәгендә бүлмә һәм мәктәптән ике пионер барабаны ала, тәүге репетициялар башлана. Ул осорҙа төркөм классик квинтет (барабандар, бас, ике гитара, вокал) булараҡ сығыш яһай, шуға бәйле егеттәр оҙаҡ ваҡыт икенсе гитарасы һәм бастың нимә икәнен белгән кешене табырға тырыша. Күп варианттарҙы күҙ уңынан үткәргәндән һуң, икенсе гитараға шул уҡ мәктәптә уҡыған һәм Гариктың (Игорь Мамаевтың) танышы булған Евгений Огнёвты саҡыралар. Бас-гитарасы урыны элеккесә буш тора. Был йылда репетицияларҙа Александр Хара, Кирилл Kill, Рустик Китаец, Дима Corpse ҡатнаша.

1998 йылда Евгений Огнёв гитараһын бас-гитараға алмаштыра.

1999 йылдың икенсе яртыһында «Lumen» коллективҡа артабан популярлыҡ яуларға ярҙам иткән бер нисә награда ала. Беренсе еңеү —махсус урта уҡыу йортарының вокал-инструменталь ансамблдәре араһында йыл һайын үткәрелгән конкурста беренсе урын. Унда коллектив юбилей байрамы ваҡытында урындағы башҡа дүрт төркөм менән бер рәттән сығыш яһай. 1999 йылдың ноябрендә «Алтын стандарт» республика асыҡ фестивалендә гран-при яулау — икенсе ҡаҙаныш була.

Төрлө фестивалдәрҙә сығыш яһаған ваҡытта коллектив үҙ музыкаһының характерын асығыраҡ һәм дөрөҫөрәк текстар яғына табан үҙгәртә. Бынан тыш «Lumen» составына тағы бер ҡатнашыусы — клавишасы Артур Вилданов ҡушыла. Унан тыш «XXI быуат йондоҙҙары» фестиваленә төркөмгә Сәнғәт институтында уҡыусы скрипкасы Ольга өҫтәлә. Ошондай составта йыл аҙағында «Lumen» Белореттағы концертта «Nota Bene» төркөмө менән берлектә ҡатнаша.

2000 йылдың 9 февралендә «Lumen» урындағы командаларҙың «Беҙ бергә» фестивалендә сығыш яһай. 12 февралдә «Смена» кинотеатрында төркөмдөң беренсе концерт була, ул коллективтың тыуған көнөнә арнала.

Тәүге релиздары һәм популярлыҡ башы (20012003)

2001 йылдың 14 ғинуарында «Навигатор» клубында төркөмдөң программаһы яҙҙырыла, ул 2002 йылда сыҡҡан «Live in Navigator club» альбомы өсөн нигеҙ була. Шул уҡ йылда төркөм «Пассатижи» макси-синглын сығара. «Навигатор» студияһында коллективтың дебют альбомы өҫтөндә лә эш бара, уны тауыш режиссеры Влад Савватеев яҙҙыра. Буласаҡ пластинканың бер йыры, «Сид и Нэнси» «Наше радио» эфирына эләгә һәм хитҡа әйләнә: йыр радиостанция чартында ике айҙан ашыу тора. Бынан һуң Lumen Мәскәүгә «Чартова дюжина» фестиваленә саҡырыу ала. Беренсе ҙур сығыш бик тә уңышлы үтә, һәм бөгөнгө көнгә тиклем музыканттар был ваҡиғаны карьераларындағы киҫкен үҙгәреш тип иҫәпләй.

2003 йылда төркөмдең «Без консервантов» исемле беренсе тулы альбомы сыға, унда башҡаларҙан тыш «Гражданская оборона» төркөмөнөң «Харакири» йырының «Lumen» варианты, шулай уҡ башҡорт һәм татар телдәрендә әллә ни күп булмаған йырҙарҙың береһе — «Урманга» тип аталғаны инә.

Иҫкәрмәләр


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.