Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы
Тыуған көнө: 24 июнь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны: Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылы
Һөнәре: актёр
Гражданлығы: Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Әүҙем йылдары: 19892014
Театр: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры
Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Сайт: http://bashdram.ru/troupe/buranbaeva.html

Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы (24 июнь 1967 йыл) — башҡорт театр актёры. 2007 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сара Абдулхай ҡыҙы Буранбаева 1967 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.

1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (А. К. Лощенкова курсы). Артабан Милли йәштәр театрында, 1998 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.

Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Театрҙа
  • Кинйә («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М. А. Буранғолов; дебют, 1990),
  • Нурия («Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы», Ф. М. Бүләков),
  • Зойка-Зәйнәб (Ф. М. Бүләковтың «Мөхәббәт исемлеге»),
  • Нәзирә («Ҡыпсаҡ ҡыҙы» А. Ш. Яғафарова),
  • Һомай («Урал батыр» Ғ. Ғ. Шафиҡов) һәм башҡалар.
Кино — һәм телефильмдарҙа
  • Сания («Миҙал», 2000 «Башҡортостан» ТРК),
  • Ғәҙилә («Ай ҡыҙы», 2001, 2002; «Башҡортостан» ТРК),
  • Кесе инәй («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Башҡортостан» киностудияһы, 2005).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]