Бурьбо Анатолий Георгиевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бурьбо Анатолий Георгиевич
Бурьбо Анатолий Георгиевич.jpg
Тыуған көнө 9 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылы
Вафат көнө 31 ғинуар 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (89 йәш)
Вафат урыны Белгород ҡалаһы
Гражданлығы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Жанр фоторәссам
Наградалары
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Бурьбо Анатолий Георгиевич (9 август 1929 йыл31 ғинуар 2019 йыл) — фоторәссам. 1970 йылдан Белгород ҡалаһы Пионерҙар йортоноң «Романтика» киностудияһы етәксеһе, 1975—1984 йылдарҙа Белгород өлкәһенең «Луч» фотоберекмәһе фотографы. 1984 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).

Анатолий Георгиевич Бурьбо 1929 йылдың 9 авгусында Башҡорт АССР-ының[1] Стәрлетамаҡ районы Золотоношка ауылында тыуған[2].

1945 йылда Ишембай ҡалаһындағы фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлай һәм 1946 йылда үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Артабан Үзбәк ССР-ының Ташкент өлкәһендәге Ангрен ҡалаһында йәшәй һәм 1951 йылда урындағы киске урта мәктәпте тамамлай.

1953 йылдан Ангрендағы 7-се урта мәктәптә хеҙмәт дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләй, 1960 йылдан — балалар киностудияһы етәксеһе, Ташкент документаль фильмдар студияһы хеҙмәткәре.

1970 йылда ғаиләһе менән йәшәргә Белгород өлкәһенең административ үҙәге Белгород ҡалаһына күсенә.

Пионерҙар йортондағы «Романтика» киностудияһы етәксеһе була, артабан Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын киптереү, инженер ҡоролмаларын һыу баҫыуҙан һаҡлау, махсус тау эштәре, геомеханика, геофизика, гидротехника, геология һәм маркшейдер эше буйынса Бөтә Союз (хәҙер Бөтә Рәсәй) ғилми-тикшеренеү институтында (рус. Научно-исследовательский институт ВИОГЕМ) эшләй.

1975—1984 йылдарҙа Белгород өлкәһенең «Луч» фотоберекмәһе фотографы[2].

Ошо ваҡыттан башлап фоторәссәмдең йөҙәрләгән фотоһы СССР, Рәсәй, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең матбуғат баҫмаларында донъя күрә. Улар иҫәбендә «Правда», «Советская Россия», «Советская культура», «Комсомольская правда», «Неделя», «Сельская жизнь», «Труд» һәм «Советская Литва» совет гәзиттәре, «Огонёк», «Советский Союз», «Работница», «Здоровье» журналдары, сит ил баҫмаларынан «Neues Leben», «Fotokino Magazin», «Continent» һәм башҡалар бар[3].

Уның ижади эштәре төрлө кимәл, шул иҫәптән Бөтә Союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1986 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән «В объективе — Родина» Бөтә Союз телефотоконкурсының төп призына лайыҡ була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)[4]
  • Миҙалдар.
  • «В объективе — Родина» Бөтә Союз телефотоконкурсының төп призы (Мәскәү, 1986).