Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 10 февраль 1947 (77 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы, ғалим |
Тыуған урыны |
Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы (10 февраль 1947 йыл) — юғары мәктәп ветераны, ғалим-педагог, инженер-механик. 1969 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1980 йылдан киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор, 1988 йылдан — осоу аппараттары двигателдәре йылылығы физикаһы кафедраһы мөдире, 1990 йылдан — авиация йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008),Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фёдор (Фидай) Ғәйфулла улы Бәкеров 1947 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ы Балтас районы Иҫке Балтас ауылында тыуған.
1969 йылда Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлай, инженер-механик һөнәрен ала.
Хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университетында 1969 йылдан: инженер, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор. 1980—1988 йылдарҙа киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректоры . 1986—1990 йылдарҙа Фәнни-техник ижад, инженер педагогикаһы һәм психология нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. 1990—2004 йылдарҙа авиация һәм ракета двигателдәре теорияһы кафедраһы мөдире. 2004 йылдан авиация йылылыҡ төҙөлөшө һәм йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире[1].
Фәнни зшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғилми эшмәкәрлеге газ турбиналы двигателдәрҙең һәм электр станцияларының яныу камераларында эшләү процестары теорияһын эшләү, энергияны экономиялау проблемаларын хәл итеү, йылылыҡ сығанаҡтары ярҙамында йылылыҡ двигателдәренең зарарлы сығарылмаларын кәметеү менән бәйле. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре авиадвигателдәр сәнәғәтендә түбән эмиссиялы яныу камераларын эшләүҙә ҡулланыла. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997);
- Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998);
- СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982);
- СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары белем биреү хеҙмәткәре (2008).
- Салауат Юлаев ордены (2017)[3].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡатыны — йырсы, музыка белгесе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Зөлфирә Фәрхетдинова.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы / Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы
- ↑ УГАТУ/ Бакиров Фёдор Гайфуллович 2022 йылдың 10 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Молодёжная газета /Уфимский государственный авиационный технический университет отметил свое 85-летие /Указом Главы РБ орденом Салавата Юлаева награжден заведующий кафедрой авиационной теплотехники и теплоэнергетики Бакиров Федор Гайфуллович.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2022)
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- 10 февралдә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре
- Балтас районында тыуғандар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- СССР-ҙың уйлап табыусылары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр