Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы
Зөлфирә Әғләм ҡыҙы Фәрхетдинова (Бәкерова; рус. Зульфира Аглямовна Фархутдинова; 1943 йылдың 8 апреле, Балтас районы, Башҡорт АССР-ы) — совет йырсыһы, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Биографияһы
1943 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Маты ауылында тыуған.
Өфө музыкаль педагогия училищеһының 1-се курсын тамамлағас, Мәскәүгә уҡырға бара.
1969 йылда А. Т. Москаленко класы буйынса Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыкаль‑педагогия институтын тамамлай һәм 2001 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.
Бер үк ваҡытта 1999 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыкаль белем биреү кафедраһы мөдире, 2012 йылдан — уҡытыусы. 2004 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Музыкаль педагогия буйынса 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу‑методик әсбаптар авторы[1].
Ижади эшмәкәрлеге
Тауышы — лирик‑колоратуралы сопрано. Башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары операларында 3 тиҫтәнән ашыу партия башҡара. Хөсәйен Әхмәтов, Айрат Ҡобағошов, Р. Ф. Кәлимуллин һәм башҡа ҡайһы бер композиторҙарҙың әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусыһы булып тора. Зөлфирә Фәрхетдинованың концерт репертуарында Халиҡ Заимов, Заһир Исмәғилев, Салауат Низаметдинов, Нариман Сабитов һәм башҡа композиторҙарҙың вокаль әҫәрҙәре; рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар һәм романстар, башҡорт халыҡ йырҙары («Зөлхизә», «Таштуғай», «Һыр», «Шәл бәйләнем») һәм башҡалар бар[1].
1961 йылда Мәскәүҙә, 1973 йылда Яҡут АССР-ында Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙналарында ҡатнаша. СССР-ҙан тыш ҡайһы бер сит илдәрҙә, шул иҫәптән Германия, Финляндия һәм Швецияла гастролдәрҙә була[1].
- Операла төп партиялары
- Прилепа («Пиковая дама» П. И. Чайковский; 1969 йылда дебют партияһы)
- Джильда («Риголетто» Дж. Верди)
- Виолетта («Травиата» Дж. Верди)
- Ләйлә («Искатели жемчуга» Ж. Бизе)
- Әминә һәм Аннушка («Салауат Юлаев» З. Ғ. Исмәғилев)
- Наза («Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы)
- Бибинур («Замандаштар» Х. Ф. Әхмәтов)
- Нәркәс («Нәркәс» Х. Ф. Әхмәтов, 1994)
- Банат («Кейәүҙәр» С. Ғ. Садиҡова һәм Р. Ғ. Ғөбәйҙуллин, 1973)
- Яҙгөл («Мөхәббәт ялҡындары», Т. М. Шәрипов, 1983)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994);
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1991);
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012);
- Салауат Юлаев ордены (2018)[1].
Хеҙмәттәре
- Активизация познавательной деятельности будущего учителя музыки. — Уфа, 2006.
Ғаиләһе
- Ире — Фидай Ғәйфулла улы Бәкеров, Өфө дәүләт авиация техник университетының кафедра мөдире, техник фәндәр докторы.
- Ҡыҙы — Дәлиҙә, сит телдәр буйынса белгес, Берлинда йәшәй[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Р. Г. Латыпова. Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе дөрөҫ түгел;БҠтөшөрмәләре өсөн текст юҡ
Һылтанмалар
- Р. Г. Латыпова. Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.