Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы

Фәйзулла Хизбулла улы Бәхтейәров (рус. Файзулла Хизбуллович Бахтияров; 1932 йылдың 6 ноябре, Ҡыйғы районы, Башҡорт АССР-ы — Салауат) — совет, Рәсәй театр актёры, 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).

Тормош юлы

1932 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы[1] Яхъя ауылында тыуған.

1952 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Х.Бухарский курсы) тамамлай. Уҡып сыҡҡас, хеҙмәт юлын Ауырғазы колхоз-совхоз театрында башлай. Артабан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында әүҙем һәм һөҙөмтәле ижади хеҙмәт юлын дауам итә.

Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы төрлө социаль ҡатлам һәм төрлө типтағы, төрлө эпоха геройҙарын ышандырырлыҡ итеп, оҫта һүрәтләгән киң амплуалы, һәр яҡлап талантлы артист була. Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләгәндә, башҡорт, рус, сит ил драматургияһы әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙә йөҙҙән артыҡ ролдәр ижад итә. Уның тыуҙырған образдары төрлө яҙмышлы һәм характерҙағы геройҙар. Башҡорт сәхнәһенең күренекле эшмәкәрҙәре Х. Бухарский, В. Г.Ғәлимов, Г. С. Саттаровтарҙың юлынан барыусы талантлы шәкерт. Актёрҙың бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле.

Фәйзулла Хизбулла улы эстрадала Башҡортостан, Татарстан, донъя классик әҙәбиәте әҫәрҙәре менән сығыш яһай.

Фәйзулла Бәхтейәров 1998 йылдың 1 декабрендә Салауат ҡалаһында вафат була. Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылы зыяратыында ерләнгән.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Сәхәп («Рәйхан» Н. Иҫәнбәт;дебют, 1953),
  • Рыҫҡол-бей («Ай тотолған төндә»),
  • Улин («Ун өсөнсө председатель» — «Тринадцатый председатель», А. Х. Абдуллин),
  • Эфиоп («Ҡол Эзоп» — «Раб Эзоп» Г.Фигейредтың «Эзоп, йәки Төлкө һәм Виноград» пьесаһы буйынса).
  • Кәрим бай («Башмағым»),
  • Әмирхан ҡарыйи («Ҡыйыу ҡыҙҙар» — «Смелые девушки» Т.Ғиззәт),
  • Дед Григорий («Йәшлегем тирәктәре» — «Тополя моей юности» К. М.Аҡбашев).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар