Бәширов Мусса Ғүмәр улы
Бәширов Мусса Ғүмәр улы (рус. Баширов Мусса Гумерович; 1954 йылдың 16 октябре, Кесе Аллағыуат, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2002).
Биографияһы
Мусса Ғүмәр улы Бәширов — 1954 йылдың 16 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Кесе Аллағыуат (хәҙер Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған) ауылында тыуған[1]. 1972 йылда Салауат ҡалаһының унынсы һанлы урта мәктәбен тамамлай.
1981 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетының «Химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу һәм комплекслы механизациялау» бүлеген отличноға тамамлай. 1988 йылда — Мәскәү ғилми-тикшеренеү институты эргәһендәге аспирантурала инженер-электромеханик һөнәре буйынса ситтән тороп уҡый[2].
2002 йылда техник фәндәре докторы диссертацияһын яҡлай.
Хеҙмәт юлын 1972 йылда Ленин орденлы Салауат нефтехимия комбинатында электр слесары булып башлай
1975 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалында: лаборант, өлкән лаборант, өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, филиал директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, профессор һәм «Сәнәғәт предприятиеларының электр ҡоролмалары һәм автоматикаһы» кафедраһы мөдире[2].
1988 йылда Мәскәү интроскопия ғилми-тикшеренеу институтында ситтән тороп аспирантураны тамамлай, унда «Матдәләрҙе, материалдарҙы һәм продукцияны һынау ҡоролмалары һәм ысулдары» махсуслаша.
2002 йылда Өфө дәүләт нефть технология университетында «Нефть һәм газ сәнәғәтендә янғын һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге» специальносы буйынса ситтән тороп докторантура программаһын тамамлай[3].
2002 йылда уның етәкселегендә сәнәғәт предприятиеларының электр ҡорамалдары һәм автоматлаштырыу бүлеге ойошторола. Бүлектең беренсе етәксеһе була.
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
Фәнни тикшеренеүҙәре емермәүсе контролдең электромагнит ысулдарын эшләү һәм үҫтереүгә бәйле. Мусса Ғүмәр улы Бәширов төрлө механик көсөргәнеш ваҡытында конструкция ҡоростарының механик һәм электрофизик үҙенсәлектәренең үҙ-ара бәйләнеше законлыҡтарын таба, механик характеристикаларҙың сиктәге һәм критик ҡиммәттәренә тап килгән электрофизик параметрҙар ҡиммәттәрен билдәләй, күп элементлы электромагнит үҙгәрткесле диагностика ҡорамалдарын төҙөү принциптарын, телевизион дефектоскобын уйлап таба. 240-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы[1].
- Электромагнитная диагностика оборудования нефтехимических и нефтеперерабатывающих производств. Өфө, 2001 йыл (авторҙаш);
- Диагностика электрических сетей и электрооборудования промышленных предприятий. Өфө, 2004 йыл (авторҙаш);
- Экономика электропотребления в промышленности. Өфө, 2004 йыл (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкитәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Бәширов Мусса Ғүмәр улы
- ↑ 1 2 Энциклопедия/ Изветные учёные/ Баширов Мусса Гумерович
- ↑ 1 2 Баширов Мусса Гумерович. Известные ученые. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Бәширов Мусса Ғүмәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия/ Известные учёные/ Баширов Мусса Гумерович