Бәширов Фазылйән Бәшир улы

Бәширов Фазылйән Бәшир улы (рус. Баширов Фазыльян Баширович; 20 апрель 1923 йыл — 22 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкы яугиры. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943) кавалеры[1][2].

Биографияһы

Фазылйән Бәшир улы Бәширов 1923 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында[1] тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына 1942 йылдың июнь айында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы хәрби комиссариаты тарафынан алына. 1943 йылдың 14 ғинуарынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 294-се кавалерия полкының 1-се эскадроны ҡылыссыһы була[1]. Лейтенант Атаев етәкселеге аҫтында 30 совет яугиры, шул иҫәптән Фазылйән Бәширов, 21 һәм 22 ғинуарҙа совет ғәскәрҙәре өсөн мөһим тактик рубежына әйләнгән 79,9 м бейеклеккә фашистарҙы ебәрмәү өсөн бөтә көсөн һәм таһиллығын һала. Ике көн эсендә 30 яугир 300 фашисты, 3 танкыны һәм бер бронемашинаны юҡ итә. Өҙлөкһөҙ контратакаларҙың береһендә рядовой Бәширов һәләк була. Батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң). Ростов өлкәһе Белая калитва ҡалаһында 4-се мәктәп янындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар