Бөтә донъя балалар көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөтә донъя балалар көнө
Хөрмәтенә аталған Права ребёнка[d]
Йылдың көнө 20 ноябрь
Нигеҙләү датаһы 20 ноябрь 1989
Рәсми сайт un.org/en/events/childre…
un.org/en/observances/wo… (инг.)
Рәсми атамаһы франц. Journée mondiale de l’enfance
ингл. Universal Children’s Day
ҡыт. 国际儿童日
исп. Día Universal del Niño
ғәр. الْيَوْم الْعَالَمِيّ الطِّفْل
Төп тема Права ребёнка[d]

Бөтә донъя балалар көнө (ингл. Universal Children's Day, исп. Día Universal del Niño , франц. Journée mondiale de l'enfance) — 1954 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы 1956 йылдан бөтә илдәргә лә индерергә тәҡдим иткән байрам (резолюция № 836 (IX)). Резолюцияға ярашлы, ул балалрҙың именлеген яҡшыртыуға, БМО-ның бөтә донъя балалары мәнфәғәтендәге эшен нығытыуға йүнәлтелгән.

БМО-ның генераль Ассамблеяһы байрамды һәр дәүләт үҙе маҡсатҡа ярашлы тип тапҡан формала һәм көндә үткәрергә тәҡдим итә. Әммә, ойошманың рәсми документтарына ярашлы, Бөтә донъя балалар көнө 20 ноябрҙә билдәләнә. 1959 йылда тап ошо көндә — «Балалар хоҡуҡтары декларацияһы», ә 1958 йылда «Балалар хоҡуҡтары конвенцияһы» ҡабул ителә.

Был көндә төрлө фирмалар һәм ойошмалар мәрхәмәтлек акциялары, йөрөштәр һәм флешмобтар үткәрә.

  • Парагвайҙа Балалар көнө 16 августа уҙғарыла. 1869 йылдың ошо көнөндә Акоста-Нью эргәһендәге алышта — Парагвай һуғышының һуңғы алыштарының береһендә 9 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге 3500-4000 бала үҙенең илен Бразилия һәм Аргентина агрессияһынан яҡларға баҫа. Был алышта улар барыһы ла һәләк була.
  • Панамала — июлдең өсөнсө йәкшәмбеһе[1]
  1. день ребёнка в Панаме. Дата обращения: 18 июль 2020. Архивировано 18 июль 2020 года.