Васильева Евлалия Ивановна

Васильева Евлалия Ивановна (10 август 1923 йыл — 6 февраль 2017 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Яльчикский районының «Победа» колхозы агрономы (1950—1963), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960), РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1958)[1].

Биографияһы

Евлалия Ивановна Васильева 1923 йылдың 10 авгусында Чебоксар өйәҙе Ларготы ауылында (хәҙер Сыуашстандың Моргауш районы Юнга ауылы). Колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Василий Васильевич Зайцевтың (1912—1982)[1] ҡатыны.

  • 1945 — Сыуаш ауыл хужалығы институтын тамамлап, Чебоксар районы[2] «Ленин юлы» колхозында агроном булып эшләгән.
  • 1950—1963 — Яльчикский районы «Еңеү» колхозының баш агрономы була.
  • 1956 — Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған агрономы
  • 1958 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы
  • 1963—1978 — Сыуаш АССР-ының ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм әҙерләү министрының игенселек һәм орлоҡсолоҡ мәсьәләләре буйынса беренсе урынбаҫары.
  • 1967 — Сыуаш АССР-ының Хеҙмәт Даны һәм Ҡаһарманлығы почёт китабына индерелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

СССР Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 7 март]УКказы менән юғары етештереү күрһәткестәре, игенселек технологияһын камиллаштырыу һәм продуктлылығын арттырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы[1] алтын тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

  • Ленин ордены (1960)[3]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973)
  • Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1956)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1958)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Герои Социалистического Труда Чувашии