Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы

Гүзәл Булат ҡыҙы Вильданова (рус. Вильданова Гюзель Булатовна; 1975 йылдың 28 июне, Яңы Байрамғол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты. Философия фәндәре докторы (2009).

Биографияһы

Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданова 1975 йылда 28 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1992 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) Педагогия факультетына уҡырға инә.

Аспирантура, докторантура тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында башлай. 2013 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында эшләй. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт универститетының Социаль кафедраһында эшләй.

«Дискус» студенттар философия түңәрәге етәксеһе. «Аҡ тирмә» йәмәғәт милли-мәҙәни ойошмаһы ағзаһы[1].

2013 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй. Тормошта, өс бала әсәһе.

Ғилми эшмәкәрлеге

Гүзәл Булат ҡыҙы студент йылдарында уҡ ғилми-тикшеренеү эштәренә ылыға, йәшәү мәғәнәһе, хаҡиҡәт, тәрбиә проблемалары менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Шуға ла профессор Валерий Хәзиев тәҡдиме менән 1997 йылда уҡыуын бөтөү менән Башҡорт дәүләт педагогия институты философия, йәмғиәтте һәм сәйәсәтте өйрәнеү кафедраһының аспирантураһына ҡабул ителә һәм уны, «Мудрость и истина: гносеологический анализ» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, 1999 йылда уңышлы тамамлай. Артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы тарих факультетында философия кафедраһы уҡытыусыһы булып башлай.

2009 йылда «Онто-гносеологические основания мудрости и истины» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданованың ғилми тикшеренеүҙәре фәлсәфәнең мөһим мәсьәләләре — гноселология һәм онтология, хаҡиҡәт, йәшәү мәғәнәһен эҙләү, дини ҡиммәттәрҙе һәм башҡорт халҡының милли эпосы «Урал батыр»ҙың фәлсәфәһен өйрәнеүгә арналған. Ғалимдың 100 артыҡ хеҙмәте, шул иҫәптән монографиялары ошо темаларға бағышланған.

Докторлыҡ диссертацияһын — 2009 йылда яҡлай, тема — «Онто-гносеологические основания мудрости и истины». Фәнни косультант — фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Хазиев Валерий Семен улы.

2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты булып эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Табынфест 2019 Гузель Вильданова.jpg

Студентар өсөн ойошторолған «Дискус+» клубын етәкләй. Клуб йәштәр өсөн актуаль булған мәсьәләләрҙе уртаға һалып, уларҙан сығыу юлдарын эҙләүгә, сәләмәт тормош пропагандалауға бағышланған. Студентар өсөн был түңәрәк 2003 йылда, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында эшләй башлай. Бөгөнгө көндә «Дискус» клубы исемен «Дискус+» тип үҙгәртеп, Башҡорт дәүләт университетының Йәмғиәт эштәре кафедраһы базаһында уңышлы эшләп килә.

Гүзәл Булат ҡыҙы шулай уҡ «Айыҡ Башҡортостан» йәмғиәт ойошмаһы лидерҙарының береһе. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.

Фәнни хеҙмәттәре

  • Гносеологический анализ мудрости и истины — Уфа: 2001. — 159 с.
  • Смысл жизни человека: ценности и смысложизненные ориентации — Уфа: 2007 [В соавт.]
  • Онто-гносеологические основания мудрости и истины — Уфа, 2008. — 326 с.
  • Методологические проблемы «обретения» мудрости и истины — Уфа, 2013. — 232с.

Иҫкәрмәләр

  1. Преподватели кафедры социальной работы. Уфимский университет науки и технологий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
  2. [https://www.dissercat.com/content/gnoseologicheskie-osnovaniya-mudrosti-i-istiny Онто-гносеологические основания мудрости и истины тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 09.00.01, доктор философских наук Вильданова, Гюзель Булатовна]. DisserCat. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.