Воронцов Николай Николаевич
Воронцо́в Никола́й Никола́евич (1 ғинуар 1934 йыл — 3 март 2000 йыл) совет һәм Рәсәй ғалим-зоологы, эколог һәм генетик, биология фәндәре докторы, профессор, дәүләт эшмәкәре; Швед Король Фәндәр академияһы ағзаһы, Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһының почётлы сит ил ағзаһы һәм Литва Фәндәр академияһы ағзаһы; СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989), РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты (1990—1993), Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты (1993—1995), СССР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе (1989—1991), СССР-ҙың беренсе (һәм берҙән-бер) Тәбиғәттән файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры.
Биографияһы
Николай Николаевич Воронцов 1934 йылдың 1 ғинуарында Мәскәүҙә партия эшмәкәре, төҙөүсе Н. Н. Воронцов ғаиләһендә тыуған. Әсәһе — Елизавета Борисовна Вертмиллер. Николай Николаевич Воронцов тәбиғәттән ғәҙәттән тыш һәләтле: скрипкала уйнай, яҡшы йырлай, кинола төшә. «Весёлые артисты» (ҡыҫҡа метражлы) (1938) — Боб; «В кукольной стране» (анимацион) (1941) — Серёжа (титрҙарҙа юҡ), Коля Вертмиллер исеме аҫтында фильмдарҙа төшә. Гнесиндар музыка мәктәбенең бер нисә класын тамамлай һәм консерваторияға инеү имтихандарына ҡабул ителә, ләкин ул фәнде һайлай: 1950 йылда Мәғариф министрлығының махсус рөхсәте менән 16 йәшендә Мәскәү дәүләт университетының биология-тупраҡ факультетына уҡырға инә,уны 1955 йылда отличие менән тамамлай. СССР Фәндәр академияһының Ленинград зоология институты аспирантураһында уҡый. 1963 йылда — биология фәндәре кандидаты, 1967 йылда — биология фәндәре докторы, 1972 йылда профессор[1].
1963 йылда ғаиләһе менән Ленинградтан Фәндәр академияһының Новосибирск ғилми үҙәгенә эшкә күсә. Бында популяция генетикаһы, цитотаксономия һәм эволюция лабораторияһын ойоштора, бер үк ваҡытта ғилми совет ҡарамағындағы биология секцияһы секретары вазифаһын башҡара һәм һәр миҙгелдә ялан экспедицияларына сыға[2].
Дәүләт эшмәкәре
1989—1991 йылдарҙа Советтар Союзының тәбиғәтте һаҡлау министрлығын етәкләй (1989 йылдың мартынан 1991 йылдың мартына тиклем ул Тәбиғәтте һаҡлау буйынса дәүләт комитеты тип атала, ә 1991 йылдың апреленән ноябренә тиклем — Тәбиғәттән файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы). Николай Воронцов КПСС ағзаһы булмаған берҙән-бер совет хөкүмәте министры була. 1950—1960 йылдарҙа уҡ ул рәсми линия менән конфронтацияға инә, генетиканы реабилитациялау өсөн көрәшә. Воронцов ядро шартлауҙарының һәләкәтле эҙемтәләре тураһында хеҙмәттәр баҫтыра, академик Андрей Сахаровтың ядроға ҡаршы һәм хоҡуҡ яҡлаусы позицияһын хуплай[1].
Воронцов үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте менән шөғөлләнә, Юғары Советҡа демократик һайлауҙар өсөн хәрәкәткә ҡушыла. 1989 йылда ул фәнни йәмғиәттәрҙән халыҡ депутаты итеп һайлана. Төбәк-ара депутат төркөмөнә инә, СССР-ҙан мәжбүри рәүештә ҡыуылған фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең гражданлығын тергеҙеү тураһында закон проектын әҙерләү өсөн яуаплы була[1].
Тәбиғәтте һаҡлау буйынса дәүләт комитетын етәкләп, Воронцов тәбиғәтте һаҡлауҙың яңы концепцияһын эшләй һәм тормошҡа ашыра. Министр вазифаһында 2,5 йыл эсендә илдең ҡурсаулыҡтары майҙаны 20 %-ҡа арта. Министр инициативаһы буйынса тирә-яҡ мөхит торошо тураһында рәсми докладтарҙа материалдар баҫыла башлай. Был илдең тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген халыҡ-ара идара итеүгә индерелеүенә булышлыҡ итә. Николай Воронцов 1990 йылда Яңы Ерҙә ядро ҡоралын һынауға ҡаршы әүҙем сығыш яһай[2].
Фәнни тикшеренеүҙәре
Фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһе күп төрлө: зоология һәм зоогеография, һөтимәрҙәрҙең эволюцион морфологияһы һәм кариосистематикаһы, төрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе, фән тарихы. Бер үк ваҡытта ул фән ойоштороусыһы, университет дәреслектәренең авторы, депутат һәм дәүләт эшмәкәре була. Н. Н. Воронцов, уның уҡыусылары һәм коллегалары элекке СССР-ҙың бөтә төбәктәренә 40-ҡа яҡын экспедиция ойоштора. Кавказды, Украинаның күпселек өлөшөн, Молдавияны, Урта Азия республикаларын, Алтайҙы, Себерҙең һәм Алыҫ Көнсығыштың күп райондарын урап үтә. Тәүге тапҡыр Евразия ареалының төрлө нөктәләренән алынған 100-ҙән ашыу төр һөтимәрҙең кариотибы[3] билдәләнә. Беренсе класлы теоретик булараҡ, Воронцов эволюцияның доминант доктринаһын постулаттар серияһы рәүешендә тәҡдим итә һәм уларҙың күбеһенең ревизияға мохтаж булыуын күрһәтә. Уның эволюционизмы биосфера фекерләү һәм планета ресурстарының сикләнгәнлеген аңлау менән һуғарылған. Ул илдең дәүләт хеҙмәттәрен биосфераны һаҡлау буйынса халыҡ-ара тикшеренеү программаларына йүнәлтергә тырыша[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғилми хеҙмәттәре өсөн Н. Н. Воронцов күп һанлы наградалар менән бүләкләнә, шул иҫәптән СССР Фәндәр академияһының Дарвин миҙалы (1959), Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәтенең почётлы дипломы (МОИП, 1972), Е. Н. Павловский (1982) һәм А. Н. Северцов. 1985 йылда уға МОИП-тың беренсе премияһы, 1986 йылда ВДНХ-ның көмөш миҙалы, 1987 йылда Н. И. Вавилов. 1989 йылда «Тәбиғәтте, бигерәк тә хайуандар донъяһын һаҡлауҙа ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Воронцов немец Макс Планк йәмғиәтенең халыҡ-ара экологик премияһы менән бүләкләнә. 1990 йылда Воронцовты үҙ эсенә алған авторҙар коллективына териология өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәре өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелә. 1992 йылда Рәсәй медицина академияһы уны Н. В. Тимофеев-Ресовский, ә Гарвард университеты — тикшеренеү премия-стипендияһы. 1995 йылда зоолог өсөн ғәҙәти булмаған «Знамя» художество-публицистик журналы премияһы лауреаты[4].
Хәтер
- 2000 йылдан Н. К. Кольцов исемендәге үҫеш биологияһы институты ғилми конференция «Воронцов уҡыуҙары» үткәрә[5].
- 2018 йылдың 5 мартынан ФДБУ «Леопард ере» ҡурсаулығы профессор Николай Воронцовтың исемен йөрөтә[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Емельяненков А.. Николай Воронцов: семь эпизодов из биографии ученого, политика, гражданина, Российская газета (2 ғинуар 2024). 7 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Голубовский М. Д. Мир эволюционности Н. Н. Воронцова // Историко-биологическое исследование : журнал. — 2024. — № 3. — С. 14—29.
- ↑ биологик төр күҙәнәктәренә хас хромосомаларҙың тулы йыйылмаһы билдәләре (иҫәп, үлсәм, форма һ.б.) йыйылмаһы
- ↑ Н. Н. Воронцов Эволюция, видообразование, система органического мира: Избр. тр. / отв. ред. Е. А. Ляпунова. — М.: Наука, 2005. С 334.
- ↑ Летопись Московского унивверситета «Воронцов Николай Николаевич»
- ↑ Воронцов Николай Николаевич, Земля леопарда. 8 июнь 2025 тикшерелгән.