Вәлиев Зиннәт Вәли улы
Биографияһы
Зиннәт Вәли улы Вәлиев 1902 йылдың (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1903 йылдың) 1 майында Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе[2] Туйыш ауылында тыуған.
«Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй, мулла була. Һүҙ оҫтаһы Вәлиев Зиннәт Вәли улы күп әкиәт, көләмәс белә. 70‑се йылдарҙа Ә. М. Сөләймәнов унан 10‑ға яҡын әҫәр (шул иҫәптән Ерәнсә сәсән тураһында) яҙып ала. Уларҙың бер өлөшө «Башҡорт халыҡ ижады» һәм «Башҡорт халыҡ ижады» (рус телендә) йыйынтыҡтарына ингән.
1997 йылдың 16 майында тыуған ауылында вафат була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Башҡорт Википедияһы — 2005.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы
Әҙәбиәт
- Сөләймәнов Ә. М. Тормош-көнкүреш әкиәттәре (жанр үҙенсәлектәре). Өфө, 1990;
- Сулейманов А. М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994.
Һылтанмалар
- Вәлиев Зиннәт Вәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2022)