Вәлиев Мәсхүт Малик улы
Биографияһы
Мәсхүт Малик улы Вәлиев 1947 йылдың 13 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Яңы Тимкә ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй. 1998 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетында: 2000 йылға тиклем ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1999—2001 йылдарҙа электротехниканың теоретик нигеҙҙәре кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара, 2009 йылдан информатика һәм мәғлүмәт технологиялары кафедраһы мөдире һәм БДАУ ҡарамағындағы Мәғлүмәт технологиялары буйынса ғилми тикшеренеү институты етәксеһе.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләү, ғәмәли информатика мәсьәләләрен сисеү, белем биреү өлкәһендә электрон ресурстарҙы эшләүгә арналған. Ғалим машиналар эшләүҙә ҡулланылған изделиеларҙың сифатын тикшереп тороу өсөн ҡулланылған магнитлы ҡоролмалар уйлап таба. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.
Фәнни хеҙмәттәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Һылтанмалар
- Вәлиев Мәсхүт Малик улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2022)