Герти Тереза Кори

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Һөнәр төрө биохимик, психолог, табип, химик, физиолог, исследовательница
Атаһы Otto Radnitz[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме чех Gerty Theresa Radnitz[1]
URL-да тасуирланған nasonline.org/publicatio…
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ойошма ағзаһы АҠШ фәндәр милли академияһы[d][2][3], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Национальный научный совет[d][4][5] и Америка фәлсәфә йәмғиәте[d][6]
Рәсем
Тыуған көнө 15 август 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][7][…]
Вафат булған көнө 26 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[2][7][…] (61 йәш)
Тыуған урыны
Хәләл ефете Кори, Карл Фердинанд[d]
Эшмәкәрлек төрө Биохимия[2][1] и Медицина[1]
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Эш урыны
Үлем сәбәбе myelofibrosis[d] и бөйөр етешмәүсәнлеге[d][2]
Вафат булған урыны
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Бер туғандары Charlotte Schrötter-Radnitz[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Герти Тереза Кори, тыумыштан Радниц (ингл. Gerty Theresa Cori, Герти Тереза Радниц-Кори, 15 август 1896 йыл, Прага, Австро-Венгрия (хәҙер Чехия) — 26 октябрь 1957 йыл) — АҠШ биохимигы.

Ире Карл Кори менән бергә  «гликогендың каталитик әүерелешен асҡан өсөн» физиология һәм медицина буйынса 1947 йылғы Нобель премияһы лауреаты була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герти Тереза Радниц 1896 йылдың 8 авгусында Прагала, ул саҡта  Австро-Венгрия империяһында, йәһүд ғаиләһендә тыуа[11]. Атаһы Отто Радниц Богемияла шәкәр заводының  генераль директоры булып эшләй. Әсәһенең ағаһы Прага университетында педиатрия профессоры була. Герти  1914 йылда Прагалағы немец уҡыу йортона — Карл  Фердинанд  (Carl Ferdinand University) университетына уҡырға инә. Шунда Карл Кори менән осраша; улар икеһе лә 1920 йылда  медицина буйынса доктор дәрәжәһен ала һәм шул уҡ йылды Венала туй яһай [12].

1921 йылда Кориҙар икеһе ике урында эшләй. Герти Веналағы Каролина балалар дауаханаһында профессор Кноепфельмахер ҡулы аҫтында педиатрияла хеҙмәт итә. Карл иртән — лабораторияла, кисен фармакология университетында тикшеренеүҙәр алып бара.  

1922 йылда Кориҙар Америка Ҡушма Штаттарына күсеп килә. Улар Нью-Йорк  Дәүләт малигнант ауырыуҙар институтына (хәҙерге Росвелл парк) урынлаша. Герти ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген өйрәнеүен дауам итә[13].  Буффало ҡалаһында   Кориҙар икәүләп  карбогидрат метаболизм  in vivo һәм уның гормональ көйләнеше буйынса тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә.  Тикшеренеүҙәре барышында һөт кислотаһы менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Эпинефрин менән артабанғы эштә был ҡыҙыҡһыныу тағы ла көсәйә төшә. 

1923[14] һәм 1924[15]  йылдарҙа Герти  рентген нурҙарының тән тиреһенә һәм ағзаларҙың  метаболизмына йоғонтоһона арналған мәҡәләләр яҙа[16].  

1931 йылда Герти менән Карл  Сент-Луисҡа күсә. Улар  адреналиндың мускулдарҙа  гликогенолиз  барлыҡҡа килтереүсе тәьҫирен тикшерә.   

1938 һәм 1939 йылдар емешле була, глюкозо-1-фосфатты бүлеп алғандан һуң, Кориҙар  энзимология яғына иғтибарҙарын арттыра.  

Эрл Сазерленд, Сидни Коловик һәм ире Карл менән бергә, Герти, фосфоризаларҙы мутазаларҙан һәм изомеразаларҙан айырып,  глюкозо-6-фосфаттан гликоген алыу реакцияларының эҙмә-эҙлелелеген хасил итә. Тикшеренеүселәр быға тиклем иғтибарға эләкмәгән  мутазалар тиңлеген шәйләй һәм уны һан яғынан тасуирлай.  

Артабан Герти  Арда Грин һәм Карл менән  мускул фосфорилазаһының кристаллашыуын һүрәтләгән хеҙмәттәрен яҙа.  

Һуңғы йылдарында педиатрияла тикшеренеүҙәр  менән шөғөлләнә, гликоген тупланыу ауырыуын өйрәнә. 

Маҡтаулы бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1946 − Америка Химия йәмғиәтенән Midwest Award 
  • 1947 − Эске секрецияны өйрәнеү ассоциацияһынан Squibb Award  
  • 1947 − Карл Кори менән бергә Нобель преияһы лауреаттары  
  • 1948 − Америка Химия йәмғиәтенән  Frances P. Garven Medal 
  • 1948 − St. Louis Award
  • 1950 − АҠШ Милли фәндәр академияһынан Sugar Prize 
  • 1951 − Америка Медицина колледждары ассоциацияһынан Borden Award. 

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1979  йылда Халыҡ-ара астрономия союзы  Айҙың артҡы яғындағы кратерға Герти Тереза Кори исемен бирә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th CenturyRoutledge, 2003. — Vol. 1. — P. 292. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
  3. http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/20000986.html
  4. http://www.nsf.gov/about/history/overview-50.jsp
  5. https://www.nsf.gov/nsb/members/former.jsp
  6. NNDB (ингл.) — 2002.
  7. 7,0 7,1 Gerty Theresa Radnitz Cori // Who Named It? (ингл.)
  8. 8,0 8,1 Studenti pražských univerzit 1882–1945
  9. https://www.timesnewspapers.com/webster-kirkwoodtimes/features/glendale-honors-nobel-prize-winners/article_eae27c9b-ee8f-5679-af01-1a95b1acb270.html
  10. https://www.nytimes.com/1957/10/27/archives/dr-gerty-t-cori-biochemist-dead-nobel-prizewinner-in-1947-with.html
  11. Holocaust Journey: Traveling in Search of the Past
  12. Larner J. Gerty Theresa Cori. 1896—1957 // Biographical memoirs. National Academy of Science. Washington, 1992, p. 111—135
  13. The influence of thyroid extracts and thyroxin on the rate of multiplication of paramecia. Am. J. Physiol. 65:295-99.
  14. The effect of x-ray on the skin of vitally stained white mice. Proc. Soc. Exp. Biol. Med. 21:123.
  15. Comparison of the sensitiveness of different organs of the mouse toward x-ray. /. Cancer Res. 8:522.
  16. The effect of x-ray on the skin of vitally stained white mice. / Exp. Med. 39:639-43.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]