Голубева Валентина Николаевна

Голубева Валентина Николаевна (1949 йыл) — туҡыусы, "Большая Ивановская мануфактура"ның генераль директоры. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977, 1984). СССР дәүләт премияһы лауреаты (1980).

Биографияһы

Голубева Валентина Николаевна 1949 йылдың 9 мартында Новосибирск өлкәһенең Төньяҡ районындағы Назарово ауылында тыуа. Атаһы — Николай Яковлевич Чирков участка фельдшеры булып эшләй, әсәһе — Полина Павловна, шәфҡәт туташы[1]. Брянск өлкәһендә үҫә, шунда мәктәп тамамлай.

1966 йылда Шуйский ПТУ-һына уҡырға инә һәм туҡыусы һөнәрен алып сыға. Иваново кизе-мамыҡ техникумын һәм Фрунзе исемендәге Иваново текстиль институтын таммалай.1967 — Иваново камва комбинаты туҡыусыһы[1].

1979 йылда «Лендокфильм» студияһы Н. В. Голубева тураһында «Наша мама — герой» документаль фильмын төшөрә. Режиссер Н. В Обуховичтың күҙаллауы буйынса, унда Голубеваның ғаиләһе лә ҡатнаша. Цензура һөҙөмтәһендә фильм 1980 йылдар аҙағына тиклем күрһәтелмәй[2].

1986 йылдан — С. М. Киров исемендәге Иваново туҡыу фабрикаһы директоры.1987 йылдан — Иваново кизе-мамыҡ етештереү берекмәһенең генераль директоры.19872002 йылдарҙа — "Большая Ивановская мануфактура"ның генераль директоры. 2002 йылда — «БИМ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, генераль директор вазифаһын 1998 йылдан коммерция бүлегендә эшләгән улы Голубев Павел Борисович (1970—2005) биләй[3].

КПСС (1981—1990), РСФСР Юғары Советы Президиумы ағзаһы, 10 йыл дауамында КПСС Өлкә комитетының бюро ағзаһы.

Наградалары

Хәтер

  • 80-се йылдар уртаһында Ивановола В. Н. Голубеваға бронза бюст ҡуйыла. 1990 йылда ул, үҙенең үтенесе буйынса алына[1].
  • «Наша мама — герой» документаль фильмы (1979—1989), реж. Н. Обухович, «Лендокфильм» киностудияһы[4].

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә