Горбунов Василий Васильевич
Василий Васильевич Горбунов (1988 йылдың 28 июле, Өфө) — Рәсәйҙең сәнәғәт тармағы хеҙмәткәре, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Техник. 2021 йылдан «ОДК-УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәүге профсоюз йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].
Биографияһы
1988 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Өфө ҡалаһында тыуған[2].
2007 йылда Өфө авиация техникумын «авиация двигателдәре етештереү» һөнәре буйынса «техник» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә механика-йыйыу эштәре слесары булып башлай. Бер ай ҙа үтмәҫтән инженер вазифаһына тәғәйенләнә. Артабан шул уҡ урында мастер, өлкән мастер була. Предприятие «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» — берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелгәс, 2010 йылдан — әйҙәүсе инженер, бүлек начальнигы[2].
2021 йылдан — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» — берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тәүге профсоюз йәмәғәт ойошмаһы рәйесе[3][4].
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында «дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт» йүнәлеше буйынса уҡый[5].
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға 2023 йылдағы һайлауға үҙ-үҙен күрһәтеп, Рәсәй буйынса берҙәм тауыш биреү көнө — 2023 йылдың 10 сентябрендә Өфө ҡалаһындағы бер мандатлы 2-се Инорс һайлау округы буйынса (төп эшенән айырылмаған) депутат итеп һайлана[6][3]. Парламенттың сәнәғәт, инновацион (рус.)баш. үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет ағзаһы[7], Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутат этикаһы буйынса комиссия ағзаһы[8]. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы составында[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
- Өйләнгән, тормош иптәше Ольга менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы[1].
- «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Горбунов Василий Васильевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Лица Партии. Горбунов Василий Васильевич. Партия «Единая Россия», официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Региональные депутаты. Горбунов Василий Васильевич. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Первичная профсоюзная общественная организация ПАО «ОДК-УМПО». Председатель ППОО Горбунов Василий Васильевич. Республиканская организация Башкортостана Российского профсоюза трудящихся авиационной промышленности. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 4 Галина Салихова. Василий Горбунов: «Сейчас наше время – время сильных!» Газета «Панорама Башкортостана». Официальный сайт (21 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Председатель ППОО ПАО «ПАО ОДК-УМПО» Василий Васильевич Горбунов избран депутатом Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по Инорсовскому избирательному округу №2. Профсоюзная организация «ПАО ОДК-УМПО». Официальная страница в ВК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Состав. Горбунов Василий Васильевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Комиссия Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан седьмого созыва по депутатской этике. Состав. Горбунов Василий Васильевич. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 апрель 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Сайт «Праймериз». Про предварительное голосование. Председатель первичной профсоюзной общественной организации трудящихся авиационной промышленности ПАО «ОДК-УМПО» Василий Горбунов — лидер предварительного голосования партии «Единая Россия» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2026).
- Газета «Панорама Башкортостана». Официальный сайт. Василий Горбунов: «Сейчас наше время — время сильных!» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2026).