Гречишников Владимир Фёдорович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вафат булған урыны
Ерләнгән урыны
Гражданлығы
Заты ир-ат
Вафат булған көнө 15 август 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (41 йәш)
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 27 июнь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Ленин премияһы Сталин премияһы
Тыуған урыны

Гречишников Владимир Фёдорович (19171958) — СССР инженер-конструкторы, техник фәндәр кандидаты[1]. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин премияһы лауреаты.

Двигателдәрҙең айырым узелдарын һәм яңы моторҙарын эшләй, уларҙы конструктив һәм технологик камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерә. Атом һәм водород бомбаһының тәүге өлгөләрен эшләүҙә ҡатнаша. Уның фәнни һәм техник идеялары ядро зарядтарының конструкцияларын төҙөүҙә һәм ракета комплекстарының хәрби блоктарында урынлаштырыуҙа киң ҡулланыла.

Владимир Федорович Гречишников 1917 йылдың 27 июнендә Өфөлә, Рәсәй империяһы (хәҙер Башҡортостан, Рәсәй) тыуа.

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөлә уҡый. Ул 8-се класта уҡығанда атаһы ауырып китә һәм инвалидлыҡ буйынса пенсияға сыға. Ғаиләнең матди хәле насарая һәм Гречишников рабфакҡа уҡырға инергә мәжбүр була. Эштән айырылмайынса бер йыл эсендә ул 9-сы һәм 10-сы класты тамамлай.

1934 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһына «Эске яныулы двигателдәр» факультетына уҡырға инә. 1939 йылда уны отличие менән тамамлай һәм П. И. Баранов исемендәге Үҙәк авиация моторҙар төҙөү институтына ебәрелә.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939—1940 йылдарҙа Үҙәк авимоторҙар төҙөү институтында (Мәскәү) эшләй: инженер-конструктор, өлкән инженер, төркөм етәксеһе урынбаҫары.

1940—1941 йылдар — Киров заводында (Ленинград): конструкторҙар бригадаһы етәксеһе.

1941—1947 йылдарҙа — 76 -сы заводта (Свердловск): эштәр тәжрибәһе буйынса баш конструктор урынбаҫары.

1947—1955 йылдарҙа — Арзамас-16 ҡалаһында (Новгород өлкәһенең Саров ҡалаһы).

1955 йылдан алып — Рәсәй федераль ядро үҙәгенең Бөтә Рәсәй техник физика фәнни-тикшеренеү институтында баш конструктор урынбаҫары (Силәбе г-70, Снежинск).

1958 йылдың 15 авгусында Силәбе өлкәһенең Снежинск ҡалаһында кинәт вафат була. Снежинск ҡалаһы зыяратында ерләнә.

Снежинск ҡалаһында В. Ф. Гречишников исеме менән аталған урамда уға мемориаль таҡтаташ.
  • Гречишников исеме Снежинск ҡалаһының хеҙмәт даны китабына индерелгән. (1962).
  • Уның исемен Снежинск урамдарының береһе йөрөтә
  • Снежинскта ҡала зыяратында ерләнгән[3].
  1. ГРЕЧИШНИКОВ Владимир Федорович(недоступная ссылка)
  2. ГРЕЧИШНИКОВ Владимир Федорович(недоступная ссылка) на официальном сайте РФЯЦ-ВНИИТФ
  3. Тихие аллеи
  • Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А. Гречишников Владимир Фёдорович // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 111—112. — ISBN 5-9515-0005-2.

Гречишников Владимир Фёдорович. «Герои страны» сайты.