Гринвич буйынса уртаса ваҡыт

Гринвич буйынса уртаса ваҡыт (рус. Сре́днее вре́мя по Гри́нвичу, ингл. Greenwich Mean Time, GMT), йәки гри́нвич ваҡыты — Лондон янындағы Гринвич король обсерваторияһының элекке урыны аша үткән меридиандың уртаса ҡояш ваҡыты[1].

1972 йылға тиклем[2] Гринвич ваҡыты, GMT, башҡа сәғәт бүлкәттәрендә ваҡыт иҫәпләү эталон булып һаналған.[3]. Хәҙер уның урынына бөтә донъяла координацияланған ваҡыт ҡулланыла, ул UTC тип тә атала.

Тарихы

Гринвич буйынса уртаса ваҡыт 1847 йылда Бөйөк Британия утрауында Тимер юл иҫәп палатаһы тарафынан ҡабул ителә. Был ваҡыт әкренләп башҡа маҡсаттарҙа ла ҡулланыла башлай, мәҫәлән, суд эштәрендә 1858 йылда рәсми ваҡыт булып тора[4].

1880 йылда Гринвич ваҡыты бөтә Бөйөк Британияла законлы рәүештә ҡабул ителә. GMT 1883 йылда Мэн утрауында, 1898 йылда Джерсиҙа һәм 1913 йылда Гернсиҙа ҡабул ителә. Ирландия 1916 йылда Дублин ваҡытынан баш тарта һәм GMT ҡабул итә[5].

undefined

Ерҙең көндәлек әйләнеше даими түгел (ҡара:Дельта Т) һәм даими әкренәйә бара, шуға күрә атом сәғәттәре күпкә тотороҡлораҡ ваҡыт базаһы булып тора. 1972 йылдың 1 ғинуарында GMT координацияланған дөйөм ваҡыт нигеҙендә халыҡ-ара ваҡыт стандарты менән алмаштырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • ISO 8601 — Халыҡ-ара дата һәм ваҡыт форматы стандарты
  • UTC±0:00

Иҫкәрмәләр

  1. Дерек Хауз. Гринвичское время и открытие долготы. Гринвичское время для астрономов Архивная копия от 10 апрель 2015 на Wayback Machine
  2. Мировые часовые пояса и их смещения от UTC/GMT (время по Гринвичу): В отличие от времени по Гринвичу, шкала UTC устанавливается по атомным часам. В шкалу UTC регулярно вводятся поправки ([[Секунда|секунды]]), для того, чтобы UTC не более чем на секунду отличалось от астрономического времени (определяемого по движению Солнца), которое связано с фактической динамикой вращения Земли. Международное атомное время синхронизируется с астрономическим по мере отставания на секунду. В среднем это происходит раз в 2—3 года. При прошедших корректировках всегда прибавляли одну секунду, то есть сдвигали шкалу UTC на 1 с вперёд. Это международное правило было принято в 1972 году. Фактически — нуль-пункт на шкале атомных часов регулярно переводят на секунду вперёд. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  3. Дерек Хауз. Гринвичское время и открытие долготы. Гринвичское время для всего мира Архивная копия от 10 август 2016 на Wayback Machine
  4. Howse 1997, p. 114
  5. Myers (2007).

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар