12 сәғәтлек ваҡыт бүленеше

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
24 сәғәтлек бүленеш 12 сәғәтлек бүленеш Һөйләштә
00:00 12:00 a.m. Төн уртаһы
01:00 1:00 a.m. Төнгө бер
02:00 2:00 a.m. Төнгө ике
03:00 3:00 a.m. Төнгө өс
04:00 4:00 a.m. Таңғы дүрт
05:00 5:00 a.m. Таңғы биш
06:00 6:00 a.m. Таңғы алты
07:00 7:00 a.m. Иртәнге ете
08:00 8:00 a.m. Иртәнге һигеҙ
09:00 9:00 a.m. Иртәнге туғыҙ
10:00 10:00 a.m. Иртәнге ун
11:00 11:00 a.m. Иртәнге ун бер
12:00 12:00 p.m. Төш (ваҡыт)
13:00 1:00 p.m. Көндөҙгө бер
14:00 2:00 p.m. Көндөҙгө ике
15:00 3:00 p.m. Көндөҙгө өс
16:00 4:00 p.m. Көндөҙгө дүрт
17:00 5:00 p.m. Көндөҙгө биш
18:00 6:00 p.m. Киске алты
19:00 7:00 p.m. Киске ете
20:00 8:00 p.m. Киске һигеҙ
21:00 9:00 p.m. Киске туғыҙ
22:00 10:00 p.m. Киске ун
23:00 11:00 p.m. Киске ун бер

Ваҡыттың 12 сәғәтлек бүленеше — донъяның ҡайһы бер илдәрендә ҡулланылған ваҡыт бүленеше[1]. Ул тәүлектәге 24 сәғәтте ике бер төрлө арауыҡҡа — a.m. (англ. at the morning) һәм p.m. (англ. past morning) бүлә[2].

А.m. аббревиатураһы (ante meridiem) латин теленән тәржемә иткәндә — «төшкә тиклем»), ә p.m. (post meridiem) «төштән һуң» тигәнде аңлата[3][4]. Шулай итеп, тәүлек ҡап урталайға бүленә: төн уртаһынан төшкә тиклем һәм төштән төн уртаһына тиклем[5].

Ошо бүленеш ҡулланылған ҡайһы бер илдәрҙә төн уртаһын һәм көн үҙәген (төш) билдәләү айырыла һәм был аңлашмаусылыҡ тыуҙыра[2].

Ваҡыттың 12 сәғәтлек бүленеше ҡулланылған илдәр

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫәпләү форматы буйынса донъяның барлыҡ илдәрен шартлы рәүештә 24 сәғәтлек форматты ҡулланыусыларға һәм рәсми рәүештә 12 сәғәтлек бүленеш ҡабул ителгәндәргә бүлергә була[6].

12 сәғәтлек бүленеш ҡулланылған илдәр: Австралия, Канада (Квебектан башҡа), Яңы Зеландия, АҠШ, Филиппин, Бөйөк Британия Бангладеш, Колумбия, Мысыр, Сальвадор, Гондурас, Һиндостан, Ирландия, Иордания, Малайзия, Мексика, Никарагуа, Паҡстан[7][8].

Ҡайһы бер инглиз телле илдәрҙә һәм дәүләттәрҙә, мәҫәлән, Албания, Бразилия, Греция, Квебек, Төркиә, Франция ваҡыт бүленешенең ике форматы ла ҡулланыла[1][7].

Шул уҡ ваҡытта донъяның ҙур өлөшөндә: Рәсәйҙә, Украинала, Германияла, Японияла һ.б. 24 сәғәтлек формат буйынса йәшәйҙәр[9]. Инглиз телле илдәр халҡының һөйләшендә a.m. һәм p.m. урынына бик йыш төштән һуң, көн, кис, төн һ.б. төшөнсәләр ҡулланыла[4].

Төш ваҡытын һәм төн уртаһын билдәләүҙәге проблемалар

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Донъяла халыҡ-ара ISO 8601-1:2019 стандарты бар, ул даталар һәм ваҡыт форматтарын тасуирлай. Әммә, уның күрһәтмәләренә ҡарамаҫтан, ваҡытты 12 сәғәт менән билдәләүсе илдәрҙә төн уртаһы һәм төш ваҡыты төрлөсә күрһәтелә, аңлашмаусылыҡтар тыуҙыра[2].

Был билдәләүҙә бер төрлөлөк булмауҙан килеп сыға. Мәҫәлән, «12 a.m.» («12 ante meridiem» — «көн үҙәгенә (төшкә) тиклем 12 сәғәт» йәки «12 p.m.» («12 post meridiem» — «көн үҙәгенән һуң 12 сәғәт»)[7]. Икенсе яҡтан, төн уртаһын «12 p.m.» (12 post meridiem, алдағы көн үҙәгенән һуң 12 сәғәт) йәки «12 a.m.» (12 ante meridiem, киләһе көн үҙәгенә тиклем 12 сәғәт) тип атау логик яҡтан дөрөҫ. Милли диңгеҙ музейы (Бөйөк Британия) Гринвичта был ваҡытты «көндөҙгө 12» һәм «төнгө 12» тип атарға тәҡдим итә[1].

Стиль буйынса АҠШ-та ҡабул ителгән бик күп күрһәтмәләр «төн уртаһын», әгәр көн һуңын билдәләргә теләһәк, «11:59 p.m.» тип алмаштырырға тәҡдим итә; икенсе көндөң башын билдәләргә теләһәк, «12:01 a.m.» булырға тейеш. Был ваҡыт АҠШ-та юридик контракттар төҙөгәндә, автобустар, поездар теҙмәһендә киң ҡулланыла, әммә ҡайһы бер ваҡыт был ҡағиҙәнән тайпылыуҙар ҙа була[10].

Ваҡытты иҫәпләүҙең ҡабул ителгән 12 сәғәтлек форматына ҡарамаҫтан, АҠШ-та билдәле бер ихтыяждар өсөн Икенсе донъя һуғышы йылдарында донъяның башҡа армиялары менән хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында АҠШ армияһы ҡабул иткән 24 сәғәтлек формат та ҡулланыла. Ул «хәрби ваҡыт» тип йөрөтөлә[11]. АҠШ-тың ҡотҡарыу хеҙмәттәре, армияһы, авиацияһы, дауалау-профилактика учреждениелары өсөн 12 сәғәтлек формат уңайһыҙ һәм, аңлашмаусылыҡтар тыуҙырып, етди проблемаларға килтереүе мөмкин[7].

  1. 1 2 3 Is noon 12am or 12pm? (ингл.). Royal Museums Greenwich. Дата обращения: 4 сентябрь 2023.
  2. 1 2 3 Is midnight 12pm or 12am? (ингл.). Guardian (13 август 2012). Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  3. symbol - A.M. (ингл.). The American Heritage Dictionary of the English Language. Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  4. 1 2 Дощечко А. AM и PM: разница и значение в английском языке. Lingualeo (8 август 2023). Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  5. AM and PM: How to Use Correctly (ингл.). Editors manual (16 июль 2018). Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  6. Обозначения времени pm и am в английском языке. HARDGAMENEWS. Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  7. 1 2 3 4 Countries That Use 12-Hour Time 2023 Is Time Kept in 24 Hours or 12 Hours? (ингл.). World Population Review. Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  8. Why is wartime used? (ингл.). Myubi.tv. Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  9. 24 Hour Clock Converter: How to Convert AM/PM to 24 Hour Time (ингл.). FreeCodeCamp (23 ғинуар 2020). Дата обращения: 4 сентябрь 2023.
  10. Is noon at 12 am? Or maybe it's 12 p.m.? (ингл.). National Astronomical Observatory of Japan (6 июнь 2017). Дата обращения: 5 сентябрь 2023.
  11. Communication instructions general USA (ингл.). Дата обращения: 5 сентябрь 2023.