Гуркин Ефим Юрьевич
Гу́ркин Ефим Ю́рьевич (1992 йылдың 13 ноябре, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы.
Биографияһы
Ефим Юрьевич Гуркин 1992 йылдың 13 ноябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә тыуа. Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Клубтағы карьераһы
Профессиональ карьераһын 2009 йылда Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған Өфө ҡалаһының «Толпар» командаһы составында башлай. 2010/11 йылдар миҙгелендә клубтың иң яҡшы һаҡсыһы исеменә лайыҡ була[1], 68 матчта бөтәһе 29 (10+19) мәрәй йыя. 2011 йылдың 18 сентябрендә Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командаһына ҡаршы уйында КХЛ-да башлап сығыш яһай, ә бер айҙан һуң Чеховтың «Витязь» командаһына ҡаршы уйында үҙенең лигалағы беренсе шайбаһын индерә[2].
2011/12 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» составында бөтәһе 10 матч үткәрә, 2 (1+1) мәрәй йыя, шунан һуң Өфө клубы етәкселеге уйынсы менән килешеүҙе оҙайтырға ҡарар итә[3].
2018—2020 һәм 2021—2023 йылдарҙа Екатеринбург ҡалаһының «Автомобилист» командаһы өсөн сығыш яһай.
2023 йылдың декабрендә Хабаровскиҙың «Амур» командаһы менән килешеү төҙөй[4]. 2024 йылдың апрелендә клуб менән бер миҙгелгә яңы килешеүгә ҡул ҡуя[5]. Миҙгел араһында команданан китә[6].
Йыйылма командалағы карьераһы
Рәсәй йыйылма командаһы составында 2010 йылда Белоруссияла үткән үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионатында ҡатнаша. Ул турнирҙа рәсәйҙәр 4-се урынды ала, ә Ефим Гуркин 7 матчта 4 (2+2) мәрәй йыя.
Шәхси тормошо
2015 йылда өйләнә. Ҡатынының исеме Мария. Улы бар — Мирон.
КХЛ-дағы статистикаһы
| Регуляр миҙгел | Плей-офф | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Миҙгел | Команда | Лига | Игр | Г | П | Очк | Штр | Игр | Г | П | Очк | Штр | ||
| 2011/12 | Салауат Юлаев | КХЛ | 10 | 1 | 1 | 2 | 2 | — | — | — | — | — | ||
| 2012/13 | Салауат Юлаев | КХЛ | 30 | 1 | 3 | 4 | 6 | — | — | — | — | — | ||
| 2013/14 | Салауат Юлаев | КХЛ | 38 | 0 | 3 | 3 | 10 | — | — | — | — | — | ||
| 2014/15 | Сочи | КХЛ | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | — | — | — | — | — | ||
| 2015/16 | Лада | КХЛ | 44 | 1 | 12 | 13 | 24 | — | — | — | — | — | ||
| 2016/17 | Лада | КХЛ | 57 | 3 | 17 | 20 | 24 | — | — | — | — | — | ||
| 2017/18 | Лада | КХЛ | 30 | 1 | 4 | 5 | 4 | — | — | — | — | — | ||
| 2018/19 | Автомобилист | КХЛ | 49 | 1 | 8 | 9 | 14 | 8 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 2019/20 | Автомобилист | КХЛ | 55 | 3 | 8 | 11 | 16 | 3 | 0 | 0 | 0 | 4 | ||
| 2020/21 | Себер | КХЛ | 55 | 8 | 13 | 21 | 20 | — | — | — | — | — | ||
| 2021/22 | Автомобилист | КХЛ | 45 | 3 | 12 | 15 | 20 | — | — | — | — | — | ||
| 2022/23 | Автомобилист | КХЛ | 62 | 2 | 17 | 19 | 20 | 7 | 0 | 1 | 1 | 6 | ||
| 2023/24 | Автомобилист | КХЛ | 28 | 2 | 2 | 4 | 6 | — | — | — | — | — | ||
| 2023/24 | Амур | КХЛ | 26 | 3 | 7 | 10 | 8 | 5 | 0 | 1 | 1 | 2 | ||
| 2024/25 | Амур | КХЛ | 53 | 3 | 15 | 18 | 32 | — | — | — | — | — | ||
| Бөтәһе КХЛ-да | 582 | 32 | 122 | 154 | 206 | 23 | 0 | 2 | 2 | 12 | ||||
Халыҡ-ара
| Турнир | Урын | Уйын | Г | П | Мәр | +/- | Штр |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| ҮДЧ-2010 | 4 | 7 | 2 | 2 | 4 | +5 | 6 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ В «Толпаре» наградили лучших игроков сезона. championat.com (23 апрель 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 6 март 2016 года.
- ↑ Гуркин забросил первую шайбу в КХЛ. sports.ru (26 октябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 27 октябрь 2011 года.
- ↑ Новости из стана команды. hcsalavat.ru (2 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025. Архивировано 16 май 2012 года.
- ↑ Гуркин подписал контракт с "Амуром". РИА Новости Спорт (18 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
- ↑ Некрасов, Антон Защитник Гуркин официально подписал новый контракт с «Амуром». championat.com (9 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- ↑ Смена главного тренера и качественное усиление. Навстречу сезону: «Амур». КХЛ (15 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- КХЛ сайтында профиле (рус.)