Гәрәев Алексей Ғабдулла улы

Алексей Ғабдулла улы Гёрёев (рус. Гареев Алексей Габдуллович; 1954 йылдың 10 ноябре, Өфө) — физик-ғалим. 1980 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1993 йылдарҙа — лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (1999).

Биографияһы

Алексей Ғабдулла улы Гәрәев 1954 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[2].

1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө агрегат производство берекмәһендә инженер булып башлай[3].

1980 йылдан — Өфө нефть институты, 1990 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы[2], шул иҫәптән 1992—1993 йылдарҙа — лаборатория мөдире[3].

1998 йылда «Прогнозирование долговечности магистральных трубопроводов, эксплуатирующихся в условиях коррозионно-механических воздействий» тигән тема буйынса «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[4].

Фәнни эшмәкәрлеге торба үткәргестәрҙең коррозиянан һәм коррозия-механик емерелеүен прогнозлау һәм диагностикалау нигеҙендә уларҙың эшкә яраҡлы булыуын арттырыуға бәйләнгән[2].

Гәрәев етәкселегендә магистраль газ торбаларының сатнау сығанаҡтарын билдәләү методикаһы эшләнә, ул Башҡортостан Республикаһынның, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең предприятиеларында индерелгән. Уның ҡатнашлығында Сахалин утрауы өсөн үткәргес торба проектлана һәм ғәмәлдә ҡулланыуға индерелә[3].

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы. Патенттарға лайыҡ булған уйлап сығарыуҙары торбаларҙы, атап әйткәндә, химик яҡтан актив шыйыҡсаларҙы үткәреү өсөн ҡулланылған эске яҡтан металдың сереүенә ҡаршы торған матдә менән ябылған торбаларҙы айырмайынса механик тоташтырыуға ҡайтып ҡала[5].

Ғилми хеҙмәттәре

Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торбаларҙың коррозия һәм коррозия-механик емереклектәрен прогнозлау һәм диагностикалау нигеҙендә эшләү һәләтен арттырыуға арналған. • Торба үткәргестәрҙең сереп ярылыуы диагностикаһы. Өфө, 2003 (авторҙаш)
• Коррозиялы мөхиттә материалдарҙың емерелеүе. Өфө, 2005 (авторҙаш)
• Коррозиялы-механик шарттарҙа газ-нефть үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген арттырыу. Санкт-Петербург, 2012 (авторҙаш)
Разрушение материалов в коррозионных средах : учебное пособие для подготовки дипломированных специалистов по направлению 130600 «Оборудование и агрегаты нефтегазового пр-ва» / А. Г. Гареев, М. А. Худяков, И. Г. Абдуллин ; Федеральное агентство по образованию, Гос. образовательное учреждение высш. проф. образования «Уфимский гос. нефтяной техн. ун-т». — Уфа : Изд-во УГНТУ, 2005. — 122 с. : ил., табл.; 20 см; ISBN 5-7831-0728-X
• Химическая технология. Химические производства — Технология органических веществ — Технология топлива — Переработка нефти и нефтяных газов. Производство нефтепродуктов — Оборудование и аппаратура нефтеперерабатывающих заводов — Коррозиеустойчивость и коррозия материалов. Защита от коррозии — Учебник для высшей школы
• Транспорт — Трубопроводный транспорт — Магистральные трубопроводы — Коррозия и защита от неё — Учебник для высшей школы

Һылтанмалар