Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы
Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы (18 декабрь 1917 йыл — 19 февраль 1994 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1980 йылдарҙа Дәүләкән районының «Родина» колхозы рәйесе. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Зәки Фәтхетдин улы Гәрәев 1917 йылдың 18 декабрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы) Имай-Ҡарамалы ауылында тыуған.
1946 йылдан Дәүләкән районының «Родина» колхозында эшләй. 1959—1980 йылдарҙа «Родина» колхозы рәйесе була. Уның етәкселегендә колхоз үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1978 йылда иген культуралары уңдырышлылығы — 30 ц/га, 1977 йылда көнбағыштыҡы — 18,6 ц/га тәшкил иткән.
1994 йылдың 19 февралендә Дәүләкән районы Мөсәғит ауылында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1964)
- Ленин ордены (1966)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1977)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2022)