Гәрәев Рушан Ҡәҙим улы

Рушан Ҡәҙим улы Гәрәев (рус. Гараев Рушан Кадимович; 1962 йылдың 2 авгусы, Аҡсәйет, Башҡорт АССР-ы) — агроном, ауыл хужалығы, партия, комсомол, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Тәтешле, 2020 йылдан — Борай район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.

Биографияһы

Рушан Ҡәҙим улы Гәрәев 1962 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында тыуған[1].

1985 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын «агрономия», 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлаған[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Тәтешле районының Әмиров исемендәге колхозында башлай. 1981 йылдан иҫәпсе, баҫыусылыҡ буйынса комплекслы бригада бригадиры ярҙамсыһы, агроном-мелиоратор һәм агроном-орлоҡсо була[2].

1987 йылдан — КПСС-тың Тәтешле район комитетының ойоштороу-партия эше бүлеге инструкторы. 1988 йылдан — ВЛКСМ-дың Тәтешле район комитетының беренсе секретары. 1992 йылдан — Тәтешле район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире[2].

1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Тэквон-до федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Тхэквондо союзының вице-президенты[1].

1995 йылдан — Рәсәйҙең һәм БДБ-ның Европа өлөшө мосолмандары үҙәк диниә назаратының Тәтешле төбәк идаралығы рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары[3].

1997 йылдан — «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһының Тәтешле юл йүнәтеү-юл һалыу идаралығы начальнигы[2].

2008 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы[1].

2020 йылдан — Борай районы хакимиәте башлығы[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексә рәйесе[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы