Гәрәев Элфис Фәрит улы
Биографияһы
Элфис Фәрит улы Гәрәев Марий Эл Республикаһының Параньга районы Параньга ауылында тыуа. Бала сағынан ижад һәм музыка менән ҡыҙыҡһына — бында уның әсәһе, йырсы Зинера Гәрәеваның роле ҙур. Мәктәп йылдарынан Элфис ижади, музыкаль һәм спорт сараларында ҡатнаша.
9-сы синыфтан һуң һөнәри техник училищеға уҡырға инә[1], механизатор һөнәрен һайлай һәм «B» категориялы водитель таныҡлығы ала. 2010 йылда Йошкар-Олала И. С. Палантай исемендәге мәҙәниәт һәм сәнғәт музыка колледжында (рус.)баш. балалайка класында уҡый башлай, өс айҙан һуң әрме сафына саҡырыла. Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәт итә, радиотелеграфист һөнәрен үҙләштерә.
Әрме хеҙмәтенән һуң колледжда уҡыуын дауам итә һәм «Марий Эл» дәүләт бейеү ансамблендә барабансы булып эшләй башлай[1]. 2014 йылда солистка Марина Садовая һәм Марий Эл музыканттары командаһы менән Ольденбург ҡалаһында «Бәләкәй халыҡтар Евровидениеһы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша.
2015 йылда колледжда уҡыуын тамамлап, Ҡазанға күсенә һәм Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының (рус.)баш. эстрада-джаз музыкаһы бүлегенә (һуҡма ҡоралдар) уҡырға инә. 2016 йылда Григорий Лепстың Рәсәйҙең иң яҡшы музыканттарын һайланған «Высшая проба» проектында в качестве барабанщика группы «Oscar band» төркөмө барабансыһы булып ҡатнаша. Артабан ижад карьераһының яңы этабы башлана: көйҙәр яҙа башлай, автор композициялары менән сығыш яһай һәм 2017 йылда Вагапов фестивалендә сығыш яһаған «Эльфис» ансамблен ойоштора.
2018 йылдан — Элвин Грей лейблының даими барабансыһы, гастролдәрҙә йөрөй, мари, рус һәм татар телдәрендә йырҙар һәм көйҙәр яҙа.
2025 йылдың сентябрендә музыкант Артур Пирожков һәм Элвин Грейҙың «Женщина-магнит» яңы клибында төшә. Фильм Ҡазанда төшөрөлә. Видеола ул барабанда уйнай[2].
Ғаиләһе
2021 йылда Регина Гәрәеваға өйләнә. 2023 йылда улы Даниэль тыуа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Марий Эл Республикаһының мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министрлығының Рәхмәте (25 март 2024);
- Мишкә районы муниципаль районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты (8 сентябрь 2024).
- Марий Эл Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Рәхмәте (10 декабрь 2024).
Дискография
| 1. 2021 йыл — Айда, йолташ, пырля кушташ / рус. Давай, друг, вместе плясать[3] | |||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| № | Исем | Оҙонлоғо | |||||||
| 1. | «Ший салам / рус. Радушный привет» | 2:45 | |||||||
| 2. | «Марий Эл — мой край родной / ялан мари Марий Эл — шочмо кундемем» | 4:05 | |||||||
| 3. | «Пӧртылам мӧҥгышкем / рус. Возвращаюсь домой» | 3:28 | |||||||
| 4. | «Ош висвис / рус. Белая ромашка» | 3:03 | |||||||
| 5. | «Кече лектеш, ончалеш / рус. Солнце взойдёт, посмотрит» | 2:45 | |||||||
| 6. | «Ме — кок планете / рус. Мы — две планеты» | 3:16 | |||||||
| 7. | «Лек мылам марлан / рус. Выходи за меня замуж» | 3:42 | |||||||
| 8. | «Айда, йолташ, пырля кушташ / рус. Давай, друг, вместе плясать» | 2:28 | |||||||
| 2. 2023 йыл — Шӱмышкем лӱет / рус. Стреляешь мне в сердце[4] | |||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| № | Исем | Оҙонлоғо | |||||||
| 1. | «Интро» | 0:48 | |||||||
| 2. | «Илыш / рус. Жизнь» | 2:46 | |||||||
| 3. | «Шочмо кече / рус. День рождения» | 3:09 | |||||||
| 4. | «Авай / рус. Мама» | 4:00 | |||||||
| 5. | «Кӧ тыгай / рус. Кто такая?» | 2:43 | |||||||
| 6. | «Мыйын ир йӧратымаш / рус. Моя дикая любовь» | 3:54 | |||||||
| 7. | «Веселан / рус. Весело» | 2:37 | |||||||
| 8. | «Пау, пау, пау...» | 3:16 | |||||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 В мире марийской музыки зажглась новая звезда Эльфис Гараев (ru-RU). 15 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Данилов Святослав. Артист из Параньги снялся в клипе Артура Пирожкова о совершенной женщине (25 сентябрь 2025). 18 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ ВКонтакте | ВКонтакте (рус.). 15 июль 2025 тикшерелгән.
- ↑ ВКонтакте | ВКонтакте (рус.). 15 июль 2025 тикшерелгән.