Деним

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Деним
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Мамыҡ[1], смесовая ткань[d][1] и индиго[d]
Хөрмәтенә аталған Ним
Етештереү ысулы Кипер[d][1]
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
Деним

Деним (denim; бер версия буйынса франц. serge de Nîmes "Ним туҡымаһы ") — ныҡлы кизе-мамыҡ туҡыма.

Джинса туҡыманың элгәре Һиндостанда йөҙәр йылдар дауамында етештерелгән булһа, деним беренсе тапҡыр Францияның Ним ҡалаһында етештерелгән[2].

Етештергәндә арҡау нигеҙҙең ике йәки унан да күберәк ебе аҫтында үткәрелеп туҡыла. Был саржа үрелеше диагональ һырҙар барлыҡҡа килтерә.

Джинса туҡыма төрлө төҫтә була, әммә иң таралғаны — индиго төҫлө джинса, был туҡыманың нигеҙе төҫө, ә арҡауы — аҡ. Нигеҙҙең бер яғында саржа үрелеше һөҙөмтәһендә нигеҙҙең күк ептәре өҫтөнлөк итә, ә тиҫкәре яғында арҡауҙың аҡ ептәре өҫтөнлөк итә. Шулай итеп, был туҡыманан эшләнгән джинса күбеһенсә эс яҡтан аҡ төҫтә. Башҡа төҫтәрҙәге (атап әйткәндә, ҡара төҫтәге) деним алыу өсөн көкөрт нигеҙендә буяуҙар ҡулланыла.

Джинса туҡымаһы АҠШ-та XIX быуат уртаһынан файҙаланыла. Джинса туҡымаһы тәүге тапҡыр 1873 йылда, Неваданан тегеүсе Джейкоб У. Дэвис сигәле джинса салбар теккәндән һуң, билдәлелек яулай башлай. Ыштандың популярлығы Дэвистың ҙур булмаған магазины мөмкинлектәренән ашып китә, шуға күрә ул етештереүҙе джинс туҡымаһы менән тәьмин иткән Levi Strauss & Co.галантереяһының күмәртәләп һатыусы предприятиеларына күсерә.

XХ быуат дауамында джинса туҡыма ныҡлы арзан униформа эшләү өсөн ҡулланыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бысраҡ эш өсөн комбинезондар «деним» тип аталған. Был бөтәүләй тегелгән кейем оҙон балаҡлы һәм еңле, үңәстән бот араһына тиклем ҡаптырылған, зәйтүн-һоро төҫтәге джинсы туҡыманан тегелгән кейем булған.

  • Деним көнө
  1. 1 2 3 Tortora P. G., Merkel R. S. denim // Fairchild's Dictionary of Textiles (ингл.)Fairchild Fashion Media, 1996. — P. 168.
  2. Story of Denim Blue Jeans across the Eras. Дата обращения: 21 апрель 2018. Архивировано 21 апрель 2018 года. 2018 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.
  • Андреева Р. П. Деним // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 152. — ISBN 5-86617-030-2.