Велюр
Етештереү ысулдары
Велюр — бәрхәткә ҡарағанда бер аҙ оҙонораҡ өбөрөлө, саф йөндән һуғылған буҫтау үрелешле туҡыма. Етештереү ысулы буйынса был киҫелгәнн велюр тип атала. Иң ҡиммәтле велюр туҡымаларҙың береһе — драп-велюр, уны әҙерләү өсөн меринос йөнөнең иң яҡшы сорттары файҙаланыла.
Элмәкле велюр — киҫелгәненән айырмалы рәүештә, кейем тегеүгә яраҡлы һығылмалы трикотаж туҡыма.
Ҡатмарлы формалы йомшаҡ мебелде тышлау өсөн тәғәйенләнгән велюр — тәбиғи кизе-мамыҡ һәм йөн, шулай уҡ химик сүстәрҙе берләштергән төрлө өбөрөлө туҡымалар йәки трикотаж полотно; шыма буялған һәм ҡыҫып биҙәкләнгән төрҙәре була.
Синоним булараҡ
Велюр тип шулай уҡ ҡайһы бер бәрхәт, хәтфә туҡыма (плюш) сорттарын атайҙар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Tortora P. G., Merkel R. S. velour (1) // Fairchild's Dictionary of Textiles (ингл.) — Fairchild Fashion Media, 1996. — P. 608.
- ↑ Tortora P. G., Merkel R. S. velour (2), (3) // Fairchild's Dictionary of Textiles (ингл.) — Fairchild Fashion Media, 1996. — P. 608.
- ↑ Велюр — что за ткань