Селтәр
Селтәр (рус. Селтяр) — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли кейеменең иң сағыу өлөштәренең береһе. Бер үк ваҡытта ул — традицион биҙәүес тә.
Тарихи Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр ҡатын-ҡыҙ кейеменең был элементын һәр ерҙә үҙенсә атап йөрөткән. Шунлыҡтан хәҙерге көндәрҙә фәнни хеҙмәттәрҙә, әҙәбиәттә, гәзит һәм журналдарҙа, интернетта һәм, әлбиттә, халыҡ араһында «селтәр» менән бергә был биҙәүестең «күкрәксә», «түшелдерек», «һаҡал» («ҫаҡал»), «яға», «муйынса», «башкиҙеү», «алмиҙеү», «төйрәүес» («ҡаптырма») тигән атамаларын да осратырға мөмкин. Нәҡ ошоно иҫәпкә алып, бында киңерәк ҡулланылған «селтәр» тураһында һүҙ алып барыла. Рус телендәге материалдарҙа ул «Нагрудник "Селтяр"» булып таралыу алған[1]. «Селтәр» атамаһы биҙәүестең буҫтау нигеҙенең аҫҡы өлөшөн ҡаплап торған мәрйендәрҙән үрелгән селтәргә бәйле тип аңлатыла.
Селтәрҙе ҡатын‑ҡыҙҙар байрамға йәки ниндәйҙер йолаға арналған сараға, шулай уҡ көндәлек тормошта ла кейгән кейемендәренә таҡҡан. Ундағы тәңкәләр, мәрйен һәм башҡа зиннәтле әйберҙәр ғаиләнең етешлеген, кешенең йәмғиәттә социаль хәлен билдәләүсе итеп ҡабул ителгән. Төрлө төбәктәрҙә ҡулланылған был биҙәүестәрҙең нағышында урындағы йолалар һәм үҙенсәлектәр сағылыш тапҡан. Селтәрҙең формаһы, мәрйен һәм көмөш сулпылар нисбәте, туҡымаға һалынған тегелеше шулай һәр ерҙә үҙенеке булған[2].
Массив селтәрҙәр кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар, бигерәк тә йәш һәм урта йәштәгеләр кейеменә хас.
Халыҡ араһында ир-ат ауыҙынан сыҡҡан «Башҡорт ҡатын-ҡыҙын тәүҙә ишетәһең, ә һуңынан ғына күрәһең» тигән шаяртыу һүҙҙәре барлыҡ төбәктәрҙә лә киң таралған.
Мифологик нигеҙҙәре
Селтәрҙә башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе ята. Халыҡ ышаныуҙары буйынса, кешенең йәне ҡалҡан биҙе өлкәһендә урынлашҡан. Шуға күрә, изге көстәрҙе күңелгә үткәрер өсөн муйынға «ишек» ҡалдырылған, ә яуыз сихырҙарҙан бетеү-биҙәк, мәрйен һәм тәңкәләр һаҡларға тейеш булған[3].
Биҙәүестәргә материал һайлау ҙа уларҙың тылсымлы көсөнә инаныуға нигеҙләнгән. Мәҫәлән, көмөш — һаҡлау һәм таҙартыу көсөнә, ә уның ялтырауы һәм сыңлауы — яуыз көстәрҙә өркөтөү һәләтенә эйә тип һаналған, шуға ла кейемгә көмөш сулпыларҙы мөмкин тиклем күберәк таҡҡандар. Алһыу мәрйен бөртөктәре иһә тормош яралыуының, яңы ғүмер башланыуының мифологик символы булған[1].
Селтәр күп осраҡта ҡыҙыл төҫтә була. Башҡорттар ҡыҙыл төҫ — йылылыҡтың, уттың, ҡандың символы, биҙәүес хужаһын яуыз көстәрҙән һәм насар күҙҙәрҙән һаҡлай тип иҫәпләй. Мосолмандарҙа был төҫ изге, сихри, ҙур «йәшәү көсөнә» эйә тип һаналған[3].
Үҙенсәлектәре
Башҡорттар — ата-бабаларҙан быуындан-быуынға күсеп килгән төрлө йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үтәргә тырышҡан уникаль халыҡ. Был уларҙың төрлө орнаменттар һәм сигеүҙәр менән биҙәлгән матур кейемендә айырыуса ныҡ сағылыш тапҡан. Милли кейеме менән ҡан ҡәрҙәштәребеҙ үткәндәргә ҡарата ихтирам һәм һөйөү күрһәтергә теләгән. Шуға ла уны быуаттар буйына һаҡланып ҡалған һәм ата-бабаларыбыҙ тарафынан хәҙерге йәмғиәткә тапшырылған халыҡ мәҙәниәтенең ҡиммәтле һәм айырылғыһыҙ байлығы тип билдәләргә кәрәк[1].
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме айырыуса үҙенсәлекле һәм матур, уға өҫкө халаттар, еңһеҙ кейемдәр, оҙон күлдәктәр инә. Ғәҙәттә, ҡыҙҙар күлдәк аҫтынан ҡалҡан, был әйберҙәр менән бергә алъяпҡыс, күкрәк кейеме, ҡашмау кейгән. Милли кейемдең айырым бер өлөшө булған биҙәүестәр — боронғо замандарҙан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙарҙың тарихи мираҫҡа, халыҡ традицияларына тоғролоҡ күрһәткесе[1].
Ҡыҙҙар зиннәтлелекте һәм матурлыҡты юғары баһалай, шуға күрә улар өсөн кейемдәренең нисек булыуы һәр ваҡытта ла бик мөһим, һөҙөмтәлә мәрйендәр, тәңкәләр йыш ҡына баш кейемдәренә йәки күкрәк кейемдәренә тегелгән була. Күкрәк кейеме — башҡорттарҙың күлдәк өҫтөнән кейгән биҙәүестәренең береһе. Улар йәмғиәттә кешенең билдәле бер урыны тураһында шаһит иткән. Элек күкрәк кейеме бик ҡиммәт хаҡҡа һатылған, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре ат йәки һыйыр хаҡына тиңләнгән[1].
Төбәктәр буйынса айырымлыҡтар
Селтәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемендә айырым урын алып торғанлыҡтан, бөтә Тарихи Башҡортостан һәм бөгөнгө республикабыҙ төбәктәрендә киң таралған. Атамалары, үрҙә әйтеп кителгәнсә, төрлөсә булыу менән бер рәттән, уларҙың яһалышы һәм формаһы шулай уҡ күп төрлө. Һәр ерҙә мәрйен һәм көмөш тәңкәләр нисбәте үҙенсә айырыла, туҡымаларға таҫмаларҙың урынлашыуын күрһәткән күкрәксә лә үҙенсәлекле була. Селтәрҙең төп өлөшө —биҙәүесте тотоп торған оҙонса форма һәм билбау. Уның муйын урынына ярым түңәрәк менән тегелгән яға беркетелә, ә биҙәүестәрҙең нигеҙен ҡыҙыл туҡыма йәки буҫтау менән ҡапланған туҡыма тәшкил итә[4][5].
Көньяҡ-көнсығыш райондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Селтәрҙең төрҙәре башҡорт кейеменең территориаль комплекстары менән тығыҙ бәйләнгән, уларҙың формалары һәм декоры тәбиғи-климат факторҙарынан һәм урында формалашҡан йәшәү рәүешенән килеп сыға. Мәҫәлән, көньяҡ-көнсығыш костюмы декоративлығы менән айырылып тора, уның биҙәлешендә сағыу төҫтәр, контраст комбинациялар ҡулланыла һәм башҡа райондарҙа таралған туҡыма һәм сигеү урынына төп биҙәү алымы булып аппликация, төҫлө буҫтау, тәңкәләр, мәрйендәр һәм сәйлән менән биҙәү тора. Был материалдарҙы һәм алымдарҙы ҡулланыу, шулай уҡ өҫ кейемдәренең төрлөлөгө күсмә традициялар менән бәйле була, улар дала һәм урман-дала зоналарында оҙаҡ һаҡлана. Көньяҡ-көнсығыш костюмына трапеция формаһы һәм уларҙың биҙәлешендә мәрйендәр өҫтөнлөк итеүе менән айырылып торған селтәр күкрәксәләре хас була. Урал аръяғы костюмы образы яғаның үҙенсәлекле күкрәксәләре менән тулыландырыла, улар тура мөйөшлө формала һәм ҡыңғыраулы аҫылмалы була. Селтәр костюмдың алғы өлөшөн билбауына тиклем ҡаплай. Декор мәрйен ептәренән, көмөш тәңкәләрҙән, быяла ярустан тора. Бөтә конструкция муйынында бау йәки таҫма менән, муйынсаҡ рәүешендәге биҙәүестәр менән тотола.
Көньяҡ-көнсығыштың күкрәк биҙәүестәрендә мәрйендәр өҫтөнлөк итә. Улар тәңкәләр менән берләштерелә. Бил янындағы өс-дүрт рәт тәңкәле күкрәксәләрҙе башлыса был территорияның көньяҡ райондарында йәшәүсе бөрйән, түңгәүер, үҫәргән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейгән. Төньяҡтараҡ ятҡан Учалы һәм Белорет райондарына табан күкрәккә тағыла торған тәңкәләр һаны арта. Әбйәлил районы тамьяндарында алты-ете горизонталь рәт тәңкәләр тегелгән, тәңкә бағаналары күкрәк ситтәре буйлап урынлаштырылған. Теләү башҡорттарында һәм Инйәр ҡатайҙарында (Учалы һәм Белорет райондары) тәңкәләр үҙәк өлөштө биләй, рәттәр һаны ун икегә етә. Өҫкө өлөштә һәм күкрәк ситтәре буйлап икешәрләп төркөмләнгән тәңкәләр урынлаштырыла. Биҙәүестәрҙең уртаһында тәңкәләр араһында төрлө төҫтәге сәйлән селтәренә урын ҡалдырыла. Бисер һәм мәрйен селтәрҙәре лә бахрома менән тамамлана. Инйәр һәм Учалы биҙәүестәренең үҙенсәлеге — муйынды ҡаплап торған ярым түңәрәк туҡыма рәүешендәге яғалар. Биҙәүестәр таҫмалар һәм киң билбау менән тегелгән.
Урал аръяғы башҡорттарының түшелдереге (яға) трапеция рәүешендә булған, ситтәренә тәңкә, мәрйен тегелгән, уртаһы мәрйендән теҙелгән селтәр, тәңкәләр, сулпы һәм бауға баҫылған эре тәңкә һәм айылдар м‑н биҙәлгән; ҡайһы берҙә уны яурынға беркетеп, иңһәлек м‑н бергә кейгәндәр.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарында йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәрҙәре бик ҙур була: улар күкрәкте ҡаплай һәм билдән 15—20 см түбән төшөп тора[2].
Төньяҡ-көнбайыш райондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Игенселек ныҡ таралған һәм үҫешкән был төбәктә, дөйөм алғанда, күкрәксәләргә әллә ни тиклем иғтибар бирелмәй, төп декор төрө булып сигелгән һәм туҡыма биҙәктәр тора. Аксессуар булараҡ күкрәксәләр ҙә костюмда була, әммә улар башҡа өлкәләрҙә ҡулланылғанға ҡарағанда бәләкәй була. Дөйөм алғанда, төньяҡ-көнбайыш кейеме күп һанлы киҫелеш һыҙыҡтары һәм өҫтәмә элементтар менән характерлана. Сигелгән декор төҫө үҙенән-үҙе сағыуыраҡ күренә, ул тыйнағыраҡ була һәм бәләкәй күкрәк кейеме был осраҡта костюм комплектын тулыландыра. Этнографтар раҫлауынса, был яҡтарҙа муйынса күкрәксәһен кейгәндәр, ул йышыраҡ овал формала булған. Уның декорында башлыса көмөш тәңкәләр ҡулланылған, улар, төп майҙанға әҙерәк тегелеп, биҙәүестең аҫҡы сиген күберәк уратып алған. Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һул яурындан уң ҡул аҫтына ҡыя бәйләнгән әмәйлек, медальон һәм тәңкә м‑н биҙәлеп, дүңгәләкле сылбырҙан эшләнгән өс ҡатлы муйынсаҡ (һырға), оҙон, сыңлап торған сулпылы алынмалы яға (яға сылбыры), муйын тәңкәһе, гәрәбә муйынсаҡ кейгән. Күп мәрйен һәм тәңкә теҙелгән ауыр түшелдеректәрҙе күберәк кейәүҙәге ҡатындар йөрөткән. Йәш ҡыҙҙар мәрйен муйынсаҡ таҡҡан. Түш биҙәгестәре араһында ярым аҫыл таштарҙан эшләнгән муйынсаҡтар, уҡа һәм тәңкә баҫылған ай рәүешендәге биҙәүестәр (һаҡалтай) киң таралған була[2].
Төньяҡ-көнсығыш райондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был яҡта йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының костюмы игенселек-малсылыҡ төбәгендә формалаша, шуға күрә уның төп өлөшөн тәшкил иткән селтәр үҙәк төбәк, малсылыҡ йәшәү рәүеше булған өлкә костюмының шундай уҡ биҙәлешен хәтерләтә, шул уҡ ваҡытта төньяҡ-көнбайыш костюмының күкрәк кейеменә оҡшаш була. Селтәр бында түшелдерек тип аталып йөрөтөлә. Ул бәләкәй булған, туҡыма өҫтөнә тәңкәләр бер‑береһенә тығыҙ итеп тегелгән, ҡайһы берҙә — муйынсаҡ, һирәкләп мәрйен менән биҙәлгән[2].
Үҙәк райондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостанда башҡа райондарҙағы кейемдәрҙән айырылып торған үҙенсәлекле деталь булып ҡатын-ҡыҙҙың күкрәк кейеме тора. Ул тура мөйөшлө йәки овал формала була. Уны биҙәгән тәңкәләр, сулпылар ҙурлығы һәм дөйөм формаһы буйынса һайлап алына[5].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 С. Н. Шитова. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ТҮШ БИҘӘҮЕСТӘРЕ (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2025)
- ↑ 1 2 Ф. Г. Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка. — Москва: Наука, 2010
- ↑ Нагаева Л. И. Национальный костюм и предметы-атрибуты на праздниках и в обрядах башкир // Традиции башкирского народного искусства в современной одежде: Сборник статей. – Уфа: БНЦ УрО АН СССР, 1988. – 106 с. (рус.)
- ↑ 1 2 Авижанская С.А. Украшения из кораллов, бисера и монет //Авижанская С.А., Бикбулатов Н.В., Кузеев Р.Г. Декоративно прикладное искусство башкир. Уфа, 1964; Башкирские нагрудные украшения из кораллов и монет: [альбом кат.]. Уфа, 2006. (рус.)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
• Авижанская С.А. Украшения из кораллов, бисера и монет //Авижанская С.А., Бикбулатов Н.В., Кузеев Р.Г. Декоративно прикладное искусство башкир. Уфа, 1964; Башкирские нагрудные украшения из кораллов и монет: [альбом кат.]. Уфа, 2006. (рус.)
• Камалиева А. С. Башкирский костюм. Технология. Конструкция. Декор. – Уфа: Китап, 2012. - 216 с.: ил. (рус.)
• Нагаева Л. И. Национальный костюм и предметы-атрибуты на праздниках и в обрядах башкир // Традиции башкирского народного искусства в современной одежде: Сборник статей. – Уфа: БНЦ УрО АН СССР, 1988. – 106 с. (рус.)
• Нечволода Е. Е. Декоративная строчка в искусстве башкир: техника, орнамент, функции. 2018 г. (рус.)
• Тажитдинова Г. Ф., Куваева М. М., Акчурина Е. П. Традиционная одежда башкир: функции, типологии , историческая динамика. 2013 г. (рус.)
• Ф. Г. Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка. — Москва: Наука, 2010. — 451 с. — ISBN 978-5-02-037580-2. (рус.)
• С. Н. Шитова. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995. — 237 с. — ISBN 5-295-01204-2. (рус.)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ТҮШ БИҘӘҮЕСТӘРЕ (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2025)