Джэксонвилл

Джэ́ксонвилл[3][4] (ингл. Jacksonville, [ˈdʒæksənvɪl]?) — АҠШ-тың Флорида штатында халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан ҡала һәм АҠШ-та халыҡ һаны буйынса ун икенсе урында тора.

1968 йылдан ҡала һәм округҡа берҙәм идаралыҡ индерелә, һөҙөмтәлә Джэ́ксонвилл АҠШ-та территорияһы буйынса иң ҙур ҡалаға әүерелә. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡаланың үҙендә 949 611 кеше йәшәй, ә тирә-яғы менән бергә — 1 733 937[5].

Джэксонвилл Флориданың төньяҡ-көнсығышында ҡала үҙәгенән 30 километр алыҫлыҡта Атлантик океанға ҡойған Сент-Джонс йылғаһы ярында урынлашҡан.

Коуфорд торамаһы (ингл. Cowford), буласаҡ Джексонвилл, 1791 йылда барлыҡҡа килә һәм үҙенең тәүге исемен йылғаның тар урынында йорт малын (cow — һыйыр, ford — кисеү) үткәреү өсөн ҡулланылған ярға бәйле ала. 1822 йылда ҡала хәҙерге исемен Флориданың беренсе хәрби губернаторы һәм һуңынан АҠШ-тың етенсе президенты Эндрю Джексон (Andrew Jackson) хөрмәтенә ала.

Тарихы

Антропологтар Оссачит (Ossachite) тип атаған ҡала территорияһындағы беренсе торама яҡынса 6 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Унда тимукуа ҡәбиләһе индеецтары йәшәгән.

Был урынға беренсе тапҡыр 1562 йылда, француз гугеноты Жан Рибо килә, ул Сент-Джонс йылғаһын картаға төшөргәндән һу, европалылар килә. Ике йылдан һуң икенсе француз Рене де Ладоньер бында беренсе Европа ултырағы — Форт Кэролайнға нигеҙ һала.

undefined

Флорида территорияһы 1821 йылда АҠШ юрисдикцияһына күсә, артабан ҡала Флориданың беренсе хәрби губернаторы һәм АҠШ-тың етенсе президенты Эндрю Джексон хөрмәтенә хәҙерге исемен ала.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында был районда өс хәрби-диңгеҙ базаһы ойошторола, АҠШ-тың хәрби-диңгеҙ флоты ҡаланың иҡтисади этәргес көстәренең береһенә һәм төп эш биреүсегә әйләнә. Джэксонвилл, һуғыш тамамланғандан һуң, ауыл ерҙәре иҫәбенә ҡалаларҙың тиҙ урбанизацияланыуының кире эҙемтәләренән зыян күрә башлай. 1968 йылда тауыш биреү һөҙөмтәһендә ҡала һәм округ муниципалитеттары берләштерелә, һөҙөмтәлә Джэксонвилл АҠШ-тың континенталь өлөшөндәге иң ҙур ҡалаға әйләнә.

География

Джэксонвилл ҡалаһы (30°19′10″ с. ш. 81°39′36″ з. д.GЯO) АҠШ-тың Флорида штатының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. ҡаланың майҙаны 2264,5 км² тәшкил итә, шуларҙың 1962,4 км² ҡоро ергә һәм 302,1 км² (13,34 %) һыу өҫтөнә ҡарай.

Климаты

Джэксонвиллдың климаты — дымлы субтропик, ҡыш йомшаҡ, йәй эҫе була. Уртаса йыллыҡ юғары температура 18 °C -тан 33 °C тиклем тәшкил итә[6].

Иң юғары билдәле температура 1942 йылдың 21 июлендә — +40,6 °C, 1985 йылдың 21 ғинуарында иң түбәне −13,9 °C теркәлгән. Ҡышын ҡырауҙар була, әммә, ҡағиҙә булараҡ, бындай осорҙар ҡыҫҡа. Ҡар һирәк яуа, әммә ул, ғәҙәттә, тиҙ ирей.

Джэксонвилл Флориданың башҡа ҡалаларына ҡарағанда дауылдарҙан әҙерәк зыян күрә. 1871 йылда стихияның туранан-тура бәрелеүе бер тапҡыр ғына теркәлә, әммә был ваҡыт эсендә штат аша Мексика ҡултығынан хәрәкәт иткән дауылдарға бәйле 12 тапҡырҙан ашыу иҫкәртмәләр иғлан ителә[7]. Иң ҙур зыян 1964 йылда теркәлә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 28,9 31,1 32,8 35,0 37,8 39,4 40,6 38,9 37,2 35,6 31,1 28,9 40,6
Уртаса максимум, °C 18,2 20,1 23,2 26,2 29,7 32,2 33,3 32,7 30,5 26,9 23,1 19,2 26,3
Уртаса температура, °C 11,7 13,6 16,5 19,4 23,4 26,6 27,9 27,7 25,7 21,3 16,8 12,9 20,3
Уртаса минимум, °C 5,2 7,1 9,8 12,6 17,1 21,1 22,6 22,6 20,8 15,8 10,5 6,6 14,3
Абсолют минимум, °C −13,9 −12,2 −5 −0,6 7,2 8,3 16,1 17,2 8,9 0,6 −6,1 −11,7 −13,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 84 81 100 67 63 164 166 173 208 100 54 71 1331
Сығанаҡ: Погода и климат

Спорт

Ҡалала студенттар спорты, бигерәк тә америка футболы популяр. Йыл һайын Джэксонвиллдә Флорида университеты һәм Джорджия университеты һәм Гейтор Боул командалары араһында матч үтә. Уның ике университеты — Төньяҡ Флорида университеты һәм Джэксонвилл университеты NCAA беренсе дивизионының Atlantic Sun конференцияһында сығыш яһай[8].

Туғандаш ҡалалары

Панорама

Jacksonville Skyline Panorama 5.jpg
Jacksonville Friendship Fountain.jpg
Jacksonville Landing Panorama 2 Digon3.jpg

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.coj.net/mayor-curry.aspx
  2. Annual Estimates of the Resident Population for Incorporated Places Over 100,000, Ranked by July 1, 2009 Population (PDF). US Census Bureau. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 февраль 2011. Архивировано из оригинала 17 октябрь 2010 года.
  3. Юго-восток США // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 230—231. — ISBN 5-85120-055-3.
  4. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 112.
  5. QuickFacts: Jacksonville city, Florida. United States Census Bureau. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2021.
  6. Climate Information for Jacksonville — Florida — South — United States — Climate Zone. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2006. Архивировано 23 июль 2012 года.
  7. Jacksonville,Florida hurricanes. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ноябрь 2006. Архивировано 15 август 2006 года.
  8. About JU. www.ju.edu. Jacksonville University (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2010. Архивировано 24 сентябрь 2010 года.

Һылтанмалар

  • coj.net — Джэксонвилла рәсми сайты  (инг.)

Тема буйынса өҫтәмә