Тампа
Та́мпа (ингл. Tampa) — Флорида штатында ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡала[1], Хилсборо округының административ үҙәге, ярымутрауҙың көнбайышында, Тампа ҡултығы ярында урынлашҡан. 2021 йылда халыҡ һаны 387 050 кеше тәшкил иткән. Сент-Питерсберг һәм Клируотер ҡалалары менән сиктәш.
Тарихы
«Тампа» һүҙе америка сығышлы. Уның мәғәнәһе юғалыуға ҡарамаҫтан, индеецтарҙың калуза ҡәбиләһе телендә «ут таяҡтары» тигәнде аңлата, тип иҫәпләйҙәр. 1528 йылдың 8 апрелендә Тампаға европалыларҙан беренсе килеүсе — испан конкистадоры Панфило де Нарваэс. Бер йылдан һуң Эрнандо де Сото (уның исеме менән форт, һуңыраҡ ҡултыҡ ярындағы парктарҙың береһе атала) де Нарваэс экспедицияһының иҫән ҡалған берҙән-бер ағзаһын ҡотҡара.
Тәүҙә Тампа айырым форпост була, тик 1849 йылда ғына ул 200-ҙән кәмерәк кеше йәшәгән «ауыл» статусын ала. 1880 йылдар уртаһына тиклем балыҡсылар ауылы була, Флориданың башҡа өлөшө менән юл бәйләнеше насар һәм үҫеш перспективаһы булмай. Бынан тыш, тирә-яҡтағы һаҙлыҡтарҙа һары биҙгәк эпидемияһы килтереүсе серәкәйҙәр күплеге халыҡтың артыуына ҡамасаулай.
Әммә 1883 йылдан алып ҡала тормошо үҙгәрә. Беренсенән, был тирәлә ашлама етештереүҙә ҡулланылған мөһим минерал — фосфат табылған. Тиҙҙән урындағы порттан фосфат күпләп ташыла башлай, Тампа бөгөн дә фосфат етештереүсе төп ҡала булып ҡала. Тағы ла бер мөһим фактор — тимер юл төҙөү, ул ҡаланы илдең бөтә өлөшө менән тоташтыра, сауҙаны йәнләндерә, ҡалала халыҡ арта[2].
Географияһы
Тампа ҡалаһы Флорида ярымутрауының көнбайыш ярында, Тампа ҡултығы ярында урынлашҡан. Ҡала аша Хиллсборо йылғаһы аға.
Халҡы
| Тампа ҡалаһының раса составы (2013 йыл) | |
|---|---|
| Аҡ тәнлеләр, % | 45,9 |
| Афроамерикандар, % | 23,5 |
| Латиноамерикандар, % | 23,7 |
| Азиаттар, % | 4,1 |
| Ҡатнаш расалар, % | 1,9 |
| Индеецтар, % | 0,1 |
| Йыл | Халҡы | ± |
|---|---|---|
| 1850 | 974 | - |
| 1870 | 796 | - |
| 1880 | 720 | -9,5 % |
| 1890 | 5,532 | +668,3 % |
| 1900 | 15,839 | +186,3 % |
| 1910 | 37,782 | +138,5 % |
| 1920 | 51,608 | +36,6 % |
| 1930 | 101,161 | +96 % |
| 1940 | 108,391 | +7,1 % |
| 1950 | 124,681 | +15 % |
| 1960 | 274,970 | +120,5 % |
| 1970 | 277,714 | +1 % |
| 1980 | 271,523 | -2,2 % |
| 1990 | 280,015 | +3,1 % |
| 2000 | 303,447 | +8,4 % |
| 2010 | 335,709 | +10,6 % |
| 2019 | 399,700 | +19,1 % |
Климаты
Тампаның климаты — субтропик, еүешлек көслө, тропикҡа күсеүсән. Яуым-төшөмдөң иң күп осоро — йәйге айҙарҙа, июндән сентябргә тиклем була. Йәй эҫе, ямғыр күп, ҡыш ҡоро, уртаса температура 21С°.[4]
| Тампа климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 30,0 | 31,1 | 33,3 | 33,8 | 36,6 | 37,2 | 36,6 | 36,6 | 35,5 | 35,0 | 32,2 | 30,0 | 37,2 |
| Уртаса максимум, °C | 21,2 | 22,6 | 24,7 | 27,3 | 30,8 | 32,2 | 32,4 | 32,5 | 31,8 | 29,2 | 25,7 | 22,4 | 27,7 |
| Уртаса температура, °C | 15,8 | 17,3 | 19,5 | 22,0 | 25,6 | 27,7 | 28,2 | 28,3 | 27,5 | 24,4 | 20,5 | 17,2 | 22,8 |
| Уртаса минимум, °C | 10,4 | 12,0 | 14,1 | 16,7 | 20,5 | 23,3 | 24,0 | 24,1 | 23,1 | 19,6 | 15,3 | 12,0 | 18,0 |
| Абсолют минимум, °C | −6,1 | −5,5 | −1,6 | 3,3 | 9,4 | 11,6 | 17,2 | 18,8 | 12,2 | 4,4 | −5 | −7,7 | −7,7 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 56 | 71 | 76 | 51 | 53 | 169 | 179 | 197 | 159 | 57 | 39 | 62 | 1174 |
| Сығанаҡ: NWS | |||||||||||||
Спорт
Ҡалала Милли хоккей лигаһының «Тампа-Бэй Лайтнинг» һәм Милли футбол лигаһыың «Тампа-Бэй Буккенирз» командалары клубтары урынлашҡан.
Медиа
Ҡалала баҫылған көндәлек төп гәзиттәр — «Тампа-Бэй Таймс» һәм «Тампа-Трибюн». Баҫма яңылыҡтарҙы шулай уҡ төрлө бәләкәй төбәк гәзиттәре, альтернатив аҙналыҡ һәм журналдар яҡтырта.
Районды тиҫтәләгән FM-һәм AM-радиостанциялар хеҙмәтләндерә, Шул иҫәптән Wdae, ул Флориданың беренсе радиостанцияһы, 1922 йылда эфирға сыға.
Мәғариф
Тампа ҡалаһында Флориданың иң ҙур университеты — Көньяҡ Флорида университеты урынлашҡан, унда 45 меңдән ашыу студент уҡый.
Туғандаш ҡалалар
Агридженто (итал. Agrigento), Италия (1991)
Веракрус (исп. Veracruz), Мексика (2002)
Гавр (франц. Le Havre), Франция (1993)
Измир (төр. İzmir), Төркиә[5] (1993)
Овьедо (исп. Oviedo), Испания (1992)
Ашдод (йәһ. אשדוד), Израиль (2005)
Барранкилья (исп. Barranquilla), Колумбия (2012)
Бока-дель-Рио (исп. Boca del Río), Мексика (2002)
Ираклион (гр. Heraklion), Греция (2019)
Ланьчжоу (ҡытай. трад. 蘭州, упр. 兰州, пиньинь Lánzhōu), Китай (2016)
Порту-Алегри (порт. Porto Alegre), Бразилия (2013)
Көньяҡ Дублин (ирл. Baile Átha Cliath Theas), Ирландия (2002)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Тампа город Флорида
- ↑ Тампа (Флорида)
- ↑ Tampa, Florida (инг.) // Wikipedia. — 2020-08-22. Архивировано 22 апрель 2022 года.
- ↑ Расположение и климат
- ↑ İzmir'in kardeş kentleri. İzmir Büyükşehir Belediyesi. Архивировано 4 август 2012 года.