Драники
Дра́ники, дра́нки (бел. дранікі, укр. деруни) — картуф оладьиһы, Европа аш-һыуының блюдоһы. Европала, бигерәк тә көнсығыш Европа аш-һыуында киң таралған.
«Драники» тип аталған картуф оладьиһы Белорус кухняһының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып һанала[1]. Был блюдо шулай уҡ украиндарҙың, йәһүдтәрҙең аш-һыуында ла популяр. Картуф ҡоймағын һәм оладьиһын аш-һыуҙа картуф ҡулланылған бөтә ерҙә лә тиерлек, Латин Америкаһынан алып Төньяҡ Европаға тиклем осратырға була.
Тасуирлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Драникины ҡырғыстан үткәрелгән картуфҡа тоҙ һәм йомортҡа ҡушып әҙерләйҙәр. Шулай уҡ уға он да өҫтәйҙәр. Теләккә ҡарап, һуған, һарымһаҡ ҡушырға ла мөмкин. Килеп сыҡҡан массаны болғап, табала, сусҡа йәки үҫемлек майында ҡыҙҙыралар. Блюдоны табынға традицион рәүештә эҫе көйө ҡаймаҡ, аҡ май йәки иретелгән сусҡа майы ҡушып бирәләр. Һыуынған драники үҙенең тәмен тиҙ юғалта. Шуға күрә, бер нисә сәғәттән һуң уны үҙаллы блюдо итеп түгел, икенсе блюдоға ингредиент булараҡ файҙаланыу яҡшы. Табынға бирер алдынан ғына ҡыҙҙырылған йәки шунда уҡ табанан алып өҫтәлгә ҡуйылған драники иң тәмлеһе тип һанала. Шулай уҡ драникины төрлө һауытта быҡтырыу ҙа бар, мәҫәлән, эҫе мейес эсендә балсыҡ көршәктә. СССР-ҙа драникины, голубцы өлгөһөндә, эсенә фарш һалып та әҙерләү киң таралған була.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Драники тәүге тапҡыр 1830 йылда телгә алына һәм немец аш-һыуы (Kartoffelpuffer). йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Был блюдоның башҡа исмедәре лә бар:
- Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә— драники, какорки, теруны, терунцы, терунки, дёрики
- Белоруссия — дранікі;
- Израиль һәм йәһүд диаспораһы— латкес;
- Литва — bulviniai blynai (картофельные блины);
- Польша — placki ziemniaczane (картофельные оладьи);
- Украина — деруны, тертюхи, терчиники, кремзлики (у ашкеназских евреев Удмуртии и Татарстана зафиксирован вариант произношения «крезлики»[2]);
- Чехия — bramboraky;
- Швеция — raggmunk (щетинистый монах);
- Швейцария — рёшти.
Американские Хашбраун (Hash brown)[3]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Похлебкин В. В., Белорусская национальная кухня. 2011 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Алтынцев А. В. Чувство любви в понимании евреев-ашкенази Удмуртии и Татарстана / Наука Удмуртии — 2013. № 4. — С. 130
- ↑ хашбраун инглиздәрҙең иртәнге ашында