Дунай — Ҡара диңгеҙ (Румыния) каналы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дунай — Ҡара диңгеҙ (Румыния) каналы
Дәүләт
Ҡайҙа ҡоя Ҡара диңгеҙ
Оҙонлоҡ
  • 64 km
Рәсем
Ҡушылдыҡ Agi Cabul River[d], Agigea River[d], Cocoș River[d], Castelu River[d], Lazu River[d], Medgidia River[d], Nazarcea River[d], Nisipari River[d], Popa Nica River[d], Siminoc River[d], Valea Adâncă River[d], Valea Cișmelei River[d], Valea Plantației River[d], Valea Seacă River[d] и Șerplea River[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Дунай — Ҡара диңгеҙ каналы — караптар йөрөй торған канал, ул Ҡара диңгеҙҙе Дунайҙың караптар йөрөй алған улағы менән тоташтыра. Канал Чернаводэ (Дунайҙың 299,3 км) иҫке порты зонаһында Дунай улағынан башлана һәм Добруджа яйлаһы буйынса, эске порттарға әйләнгән Меджидия һәм Басараби тораҡ пункттары аша Констанца-Юг диңгеҙ портына барып етә. Поарта-Албэнан каналдың төньяҡ ҡултығы айырыла, ул Мидия портына (Нэводариҙан көнсығыштараҡ) табан бара.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Дунай — Ҡара диңгеҙ» каналы

Тәүге тапҡыр Ғосман империяһы заманында уҡ канал төҙөүҙең зарурилығы тураһында идея тыуа[1]. 1948 йылда «Дунай — Ҡара диңгеҙ» каналын төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Румын коммунистик партияһы политбюроһы ағзалары хәтирәләре буйынса был эш Сталиндың кәңәше буйынса башлана. Румын коммунистары каналды «румын буржуазияһының зыяраты» тип атай.

Канал төҙөү өсөн Волга-Дон каналынан бер ни тиклем тотонолған техника килтерелә, әммә ер эштәре күбеһенсә ҡул менән башҡарыла. 1953 йылға канал төҙөлөп бөтмәй. 1952 йылда проект етәкселәре эшкә зыян килтереүҙә, сионизмда һәм башҡа енәйәттәрҙә ғәйепләнә, уларҙың күбеһе аттырыла. Канал трассаһы артабанғы 23 йылда «онотола».

«Зәңгәр магистраль»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1976 йылда Николае Чаушеску канал төҙөүҙе тамамларға ниәтләй. Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекеренсә, ул ваҡытта Чаушеску СССР-ҙан айырым булған тышҡы сәйәсәт алып бара. Шуға ла Румыния Дунайҙы Ҡара диңгеҙ менән тоташтырыусы каналға бик мохтаж була, сөнки Дунай дельтаһы совет флоты контроле аҫтында тотола. Каналға «Зәңгәр магистраль» исеме бирелә. Был юлы каналды төҙөү өсөн Румынияла сығарылған ауыр төҙөлөш техникаһы файҙаланыла. Күп кенә тотҡарлыҡтарҙан һуң каналдың көньяҡ өлөшө 1984 йылда, ә төньяҡ өлөшө 1987 йылда сафҡа инә.

Каналды төҙөү яҡынса 2 млрд евроға төшә, әммә бик һай булыуы сәбәпле (5-7 м) хәҙерге көндә канал бик аҙ файҙаланыла, 2006 йылда каналды файҙаланыуҙан алынған табыш 3 млн евро тирәһе тәшкил итә. Канал диңгеҙгә табан юлды 400 километрға ҡыҫҡарта. Бынан тыш Дунай дельтаһы тәрәнәйтелә, һәм 2007 йылда Украина үҙенең Дунай каналын аса (Украина каналынан үтеү Румыния каналыныҡына ҡарағанда байтаҡҡа арзаныраҡ).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мавродиевъ М.А. Доброджа (критически етюдъ). — печатница на военното книгоиздателство, 1917, второ допълнено издание.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]