Дәүләтгәрәев Әхмәтгәрәй Дәүләтгәрәй улы
Дәүләтгәрәев Әхмәтгәрәй Дәүләтгәрәй улы (рус. Давлетгареев Ахметгерей Давлетгареевич ) (1901 йыл — 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының пулеметсылар эскадроны отделениеһы командиры. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1][2].
Биографияһы
Әхмәтгәрәй Дәүләтгәрәй улы Дәүләтгәрәев 1901 йылда Башҡортостандың Мишкә районы Бабай ауылында[1] тыуған. 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 112-се Башҡорт (1943 йылдан 16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 313-сө кавалерия полкының пулеметсылар эскадроны отделениеһы командиры вазифаһын башҡара. Яу яланында күрһәткән батырлығы өсөн 1942 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була.
1991 йылда вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)
Сығанаҡтар
- Архив: ЦАМО; Фонд ист. информации: 33; Опись ист. информации: 682524; Дело ист. информации: 398
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- ДАВЛЕТГАРЕЕВ Ахметгерей Давлетгареевич. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Память народа. Давлетгареев Ахметгарей Давлетгареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)