Егәнлек (Туҡ ҡушылдығы)
Егәнлек — Ырымбур өлкәһендәге йылға, Туҡ ҡушылдығы.
География
Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский, Александровский районындағы йылға. Туҡ йылғаһына уң яҡтан барып ҡушыла (Туҡтың башланған урынынан 180 км үрҙәрәк). Егәнлек йылғаһының оҙонлоғо- 49 км.
Башҡортса «екән»- күл, йылға буйҙарында үҫә торған үлән. «Екәнлек», йәки «егәннек»- екән, егән үҫкән урын. Топонимдарҙы тәү сиратта ерле халыҡ теленә бәйләп өйрәнеү зарур тип иҫәпләгән тикшереүселәр күпселекте тәшкил итә.
Ләкин был топонимды фин-уғыр телдәрендәге һүҙҙәр менән бәйләүселәр ҙә бар (хант телендә «ёхан» — «йылға», «инеш», мари телендә «йогы» — «ағым»)[1]).
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Түбәнге Волга бассейны округына инә. Йылға һыу участогы — Сорочинск гидроузелынан алып Һамар йылғаһы Елшән һыу үлсәгес посына тиклем. Йылға ярымбассейны юҡ. Төп йылға бассейны —Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып, Каспийға ҡойғансы Волга йылғаһы.
Һыу ресурстары федераль агентлығының РФ биләмәһен һыу хужалығы буйынса районлаштырыу геоинформацион системаһы мәғлүмәттәре буйынса<ref name='МПР России'>Государственный водный реестр РФ: Зиганнек. Архивировано 21 август 2012 года.:
- Һыу объектының дәүләт һыу реестрындағы коды — 11010001012112100006884
- Гидрологик тикшереү буйынса коды (ГИ) — 112100688
- Бассейн коды — 11.01.00.010
- ГИ буйынса том һаны— 12
- ГИ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык, 2002, с. 51.