Күтерле (Туҡ ҡушылдығы)
Күтерле (рус. Кутерля) — Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районындағы йылға. Йылға Туҡ йылғаһына һул яғынан (Туҡ тамағына 156 км алыҫлыҡта) барып ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км. Һыу йыйыу бассейны майҙаны — 52,2 км².[1]
Атаманың килеп сығышы
Гидроним күтер («трясина») һүҙенә «ле» ялғауы ҡушылып яһалған. «Һаҙлыҡ өҫтөндәге үлән, мүктәрҙән хасил булған ышанысһыҙ ғына ҡатлам» тигәнде аңлата («Трясинная»). Йылға атамаһы Ырымбур өлкәһе Күтерле ҡасабаһы исеме булып киткән[2].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры буйынса йылға Түбәнге Волга бассейн округына, Сорочинск гидроузелынан Елшән (Быҙаулыҡ районы) янындағы һыу үлсәү посына тиклем Һамар һыу хужалығы участкаһына ҡарай. Йылға бассейны — Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып Каспийға тиклем Волга. [1].
Дәүләт һыу реестрында объекттың коды — 11010001012112100007003[1].