Ҡырыстал (Туҡ ҡушылдығы)

Ҡырыстал (рус. Кристалка)— Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районындағы йылға. Йылға Туҡ йылғаһына уң яҡтан барып ҡушыла (Туҡ тамағынан 125 км алыҫлыҡта). Йылға оҙонлоғо − 28 км.

Йылғаның уң яҡ ярында Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Кристалка ҡасабаһы, уның Туҡҡа ҡушылған ерндә Түбәнге Кристалка ҡасабаһы урынлашҡан. Кристалка ҡасабаһы — Дмитровский ауыл Советы үҙәге.

Ҡырыстал йылғаһы ҡушылдыҡтары — инешенән түбәнгә:Сальчик (Һалсыҡ)(һул), Өс ҡайын (һул, Юлдаш ауылы йылғаһы), Ҡарағай (һул); Уң — Тысячный (?) шишмәһе, уң яҡ ҡушылдығы (атамаһы күрһәтелмәгән), Половальник (уң, тамағына етәрәк)). Половальниктың ҡушылдығы (исеме күрһәтелмәгән). Ауыл эсендә Ҡырыстал йылғаһына уң яҡтан Йәйләү (Летовка) йылғаһы ҡушыла.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры буйынса йылға Түбәнге Волга бассейны округына, Сорочинск гидроузелынан Елшән һыу үлсәү посына тиклем Һамар һыу хужалығы участкаһына ҡарай. Йылға бассейны — Куйбышев һыуһаҡлағысынан алып Каспийға тиклем Волга йылғаһы.[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010001012112100007065
  • Гидрологик өйрәнеү буйынса коды (ГӨ) — 112100706
  • Бассейн коды — 11.01.00.010
  • ГӨ буйынса том һаны — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар