Ейәнсура таңдары (гәзит)
«Ейәнсура таңдары» — Ейәнсура районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.
Башҡортостан Республикаһының «Зианчуринские зори» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар педприятиеһы. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр сыға. 1991 йылдан алып «Зианчуринские зори» гәзите тәржемәһе булараҡ нәшер ителә, 2006 йылдың июненән — үҙ аллы гәзит.[1]
Тарихы
«Зианчуринские зори» — «Ейәнсура таңдары» — үҙ аллы, үҙ йүнәлештәре, маҡсаттары менән эшләп килгән ике гәзит. Беренсеһе 1932 йылда донъя күрһә, башҡортса гәзитте сығарыусы коллектив 2006 йылда туплана башланы. Был иһә ижади ҡараш менән эшләргә, төрлө акциялар ойошторорға, ваҡиғаларға үҙ ҡарашыңды белдерергә мөмкинлек бирҙе. Шул уҡ ваҡытта улар бер бина аҫтында эшләгән бер коллектив булып ҡала, дөйөм матди база ҡулланыла. Гәзиттәр аҙнаһына өс тапҡыр сыға, дөйөм тиражы яҡынса 6 мең дана тәшкил итә. Бөгөнгө көндә гәзит — оператив мәғлүмәт, көнүҙәк темалар, төрлө йүнәлештәге рекламалар, яңыса дизайн һәм тотороҡло тираж.
1930 йыл йәйенән башлап Башҡортостанда урындағы матбуғат үҫешә башлай. 1932—1933 йылдарҙа күп тиражлы гәзиттәр ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарыла. 1932 йылдың сентябрендә, ауыл хужалығын тулы коллективлаштырыу осоронда, беренсе биш йыллыҡтың ҙур төҙөлөштәре барышында тыуған гәзит халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәт еткерә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Ударсы» гәзите Зианчур халҡын Еңеү хакына тырыш хеҙмәткә рухландыра. 1932 йылда сыҡҡан тәүге һаны менән район гәзите тарихы башлана. 1934 йылдың аҙағында — 1935 йылдың башында Башҡорт АССР-ы составында яңы Ейәнсура районы ойошторола. «Ударсы» исеме аҫтында гәзит 1943 йылға тиклем нәшер ителә. Ул йылдарҙа редакторҙар булып Бағау Хөснөтдинов, Хөсни Хәйбуллин, Күлмөхәмәтов Яғафаров, Ракип Фәхретдинов эшләгән.
Һуғыш осоро ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, 1943 йылда районда ике гәзит сыға башлай: рус телендә — «Сталинец», башҡорт телендә — «Коммунизм өсөн».
1946 йылдың 16 сентябрендә «Сталинец» — «Сталинсе» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Редакторы — тәжрибәле журналист Кәрәм Сафин була.
1956 йылдың 17 июненән Абзан һәм Ейәнсура райондарын берләштереү сәбәпле, гәзит «Коммунизм өсөн» тигән исем аҫтында сыға башлай, 1963 йылдың мартынан иһә — «Октябрь байрағы» («Знамя Октября») исемен йөрөтә, ике телдә нәшер ителә.
1991 йылдың 1 ғинуарынан гәзиткә бөгөнгө исеме — «Зианчуринские зори» — «Ейәнсура таңдары» ҡайтарыла.
Бөгөнгө көндө гәзиттең йөҙө бөтөнләй үҙгәрҙе. Һуңғы биш йыл эсендә редакция 10-дан ашыу республика һәм Рәсәй конкурсында еңеүсе, призер йәки дипломанты булды.
«Зианчуринские зори» — «Ейәнсура таңдары» 80 йыллыҡ юбилейына матур ҡаҙаныштар менән килеп етте. Матди база нығына. Редакция баҙар шарттарында аҡса табыу юлдарын эҙләй, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Замансараҡ эш алымдарын ҡулланыу, йәмғиәттә резонанс тыуҙырған акциялар, конкурстар үткәреү, көнүҙәк темаларҙы күтәреү, камиллаштырылған дизайн гәзитте уҡыусылар араһында талап ителгән баҫмаға әйләндерә.
80 йыллыҡ тарихында, бигерәк тә һуңғы биш йылда, «Зианчуринские зори» — «Ейәнсура таңдары» мәғлүмәт баҙарында ҙур журналистик тәжрибә, уҡыусылар һәм рекламодательдар ышанысын яуланы. Гәзит Башҡортостан матбуғат саралары араһында үҙ урынын тапты һәм 2006 йылда XIII Халыҡ-ара «Пресса-2006» күргәҙмәһендә Рәсәй матбуғатының алтын фондына индерелде.[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ейәнсура таңдары (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Баҫма тураһында. Ейәнсура таңдары.
Һылтанмалар
- Ейәнсура таңдары. Издательский дом Республика Башкортостан.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.