Яҙмыш келәмдә Елисеевты бөйөк һәм еңелмәҫ Иван Поддубный менән осраштыра— спорт ярышында ике донъя чемпионы осраша: береһе гер спорты буйынса, икенсеһе — көрәш. Алыш Томскиҙа үтә. «Спорт» журналында был үҙенсәлекле осрашыу ошолай һүрәтләнә[1]:
«Ярты сәғәт дауамында көрәшселәрҙең береһе лә һөҙөмтәле алым күрһәтмәне, әммә инициатива буйынса Поддубный алда ине. ВУл Елисеевты ике тапҡыр140 килограмлыҡ батыр Поддубный күтәреп алды һәм һыналған алымы буйынса келәмгә ташланы, әммә көтөлгән һөҙөмтәгә өлгәшә алманы — Елисеев арҡаһына ятмай, аяғына баҫты». Келәмдә нимә барғанын әйтеүе ауыр… Иван Максимович үҙенең иң ныҡ һыналған алымын ҡулланырға булғайны, Елисеевтың ҡулы менән тоташҡан беләҙектәге ҡайыш сыҙаманы, өҙөлдө. Запас ҡайыш юҡ ине!
Алыш тигеҙ иҫәп менән тамамланды тип иғлан ителде. Поддубный: «Ҡаты сәтләүек икнһең, Сергей Елисеев!» — тип белдерҙе. Иҫтәлеккә ул «баҡтиһәң, Рәсәйҙә Иван Поддубныйға лайыҡлы дәғүәсе бар икән», тип, аҫылташ менән биҙәлгән, штанга формаһындағы алтын заколка бүләк итте.
Бөгөн Томск өлкәһендә, ҡасандыр Елисеев эшләгән Технология институтында (хәҙер Томск политехник университеты), С. И. Елисеев иҫтәлегенә йыл һайын гер спорты буйынса турнирҙың үткәрелә[2].