Йәнекәева Светлана Әхмәт ҡыҙы

Еникеева Светлана Әхмәт ҡыҙы (10 апрель 1946 йыл) — ғалим-аллерголог-иммунолог. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981)[1].

undefined

Биографияһы

Светлана Әхмәт ҡыҙы Йәнекәева 1946 йылдың 10 апрелендә Өфө ҡалаһында йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Йәнекәйев Әхмәт Сафиулла улы ғаиләһендә тыуа. Профессор Дамир Йәнекәевтың һеңлеһе.

Башҡорт дәүләт медицина университетын (1971), Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (1998) тамамлай.

1971 йылда «Иммунопрепарат» предприятиеһында эшләй.

1978 йылда медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1980 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһының өлкән фәнни хеҙмәткәре, 1981—1997 йылдарҙа — лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1987—1994 йылдарҙа — И. И. Мечников исемендәге вакцина һәм сыворотка Өфө фәнни-тикшеренеү институтының ҡан препараттары цехы начальнигы.

1991 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, профессор (1996). Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (РАЕН, 1998).

2002—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта. «Ҡатын-ҡыҙҙар тыныслыҡ, балалар бәхете һәм прогресс өсөн» республика фирҡәһенең рәйесе була (1993—1999).

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының XII саҡырылыш (19901993)[2] (1995—1999) һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың I саҡырылыш депутаты (1995—1999)[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

300 тирәһе фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы[1]. Фәнни эшмәкәрлеге аллергия сирҙәрен дауалау препараттарын эшләүгә, гормондарға бәйле бронхиаль астма сирлеләрҙе дауалағанда мәмерйәләрҙең (Шүлгәнташ мәмерйәһе миҫалында) микроклиматы ролен өйрәнеүгә арнала. Уның етәкселегендә яңы тауған балаларҙы тәрбиәләү, ҡандан Рәсәйҙә беренсе тапҡыр минор аҡһымдар (плазма) алыу, иммунитетты көйләүсе препараттар (аллергияға ҡаршы иммуноглобулин, орозин, церулоплазмин) алыу системаһы эшләнә һәм производствоға индерелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981)
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986)
• Социалистик илдәр йәштәренең фәнни-техник ижады күргәҙмәһе лауреаты (1978)
• Аллергияға ҡаршы ватан иммуноглобулинын эшләгән өсөн ВДНХ-ның көмөш миҙалы (1985)
• «Фәнни тикшеренеүҙәрҙәге ҡаҙаныштары өсөн» И. И. Мечников исемендәге миҙал
• «Фәнни тикшеренеүҙәрҙәге ҡаҙаныштары өсөн» В. А. Неговский исемендәге миҙал[4].

Фәнни хеҙмәттәре

  • Иммунодиагностика и иммунокоррекция в педиатрической практике. Уфа, 1998 (соавт.);
  • Местные аллергические реакции и реанимация. Уфа, 1999 (соавт.);
  • Микроциркуляция мягкой мозговой оболочки и сетчатки глаза в постреанимационном периоде. Уфа, 2004 (соавт.).