Ерән ҡашҡа
Тарихы
Тәүге тапҡыр С. Ғәбәши тарафынан яҙып алына һәм 1935 йылда «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла. Артабан йырҙы Ф. Х. Камаев, Л. Н. Лебединский, Ф. Ә. Нәҙершина, Ғ. З. Сөләймәнов, Р. С. Сөләймәнов, Х. Ф. Әхмәтов һ.б. яҙып ала[1].
«Ерән ҡашҡа»ның барлыҡҡа килеүе 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле. Һуғышҡа китеүсе егеттәр менән уларҙы оҙатыусы ҡыҙҙар араһындағы диалог рәүешендә ҡоролған; ҡушымтала яугирҙың тоғро юлдашы — атҡа мөрәжәғәт бар[1].
Формаһы
Йыр темпы ике төрлө: төп өлөштә ул һалмаҡ булһа, ҡушымтала йәнле һәм ошо йәнлелек икенсе тапҡыр ҡабатлағанда яйланып, көйҙөң тәү баштағы темпына ҡайта[1].
Башҡарыусылар
XX быуатта йырҙы йырсылар Н. Х. Аллаярова, Б. Н. Вәлиева, Т. Рәшитова, Р. Ф. Йәнбәков башҡарһа, XXI быуатта уны Әлим Ҡәйүмов үҙ репертуарына алған[2], шулай уҡ «Сылтыр шишмә» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле лә йырлай[3]. А. М. Ҡобағошов уны ҡурайсылар ансамбле өсөн эшкәрткән, Ш. З. Ҡолбарисов — вокаль квартет өсөн, М. Ә. Мозафаров һәм К. Й. Рәхимов — фортепиано менән тауыш өсөн, С. Ә. Низаметдинов, В. Г. Соколов a cappella (рус.)баш. хоры өсөн яҙған. Йыр «Ҡаһым түрә» операһында ла башҡарыла[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Г. С. Галина. Ерән ҡашҡа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Шли полки башкир в атаку»: пять башкирских песен о военных походах и героях. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ Сылтыр шишмә. muzgod.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
Әҙәбиәт
- Лит.: Фоменков М. П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976.
Сығанаҡтар
- Г. С. Галина. Ерән ҡашҡа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Рыжий конь со звёздочкой на лбу, песня // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).