Ҡәйүмов Әлим Абдуллайән улы
Әлим Абдуллайән улы Ҡәйүмов (рус. Алим Абдуллаянович Каюмов; 1977 йылдың 3 июне, Бөйҙө, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәйҙең опера йырсыһы. 2008 йылдан Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының вокал солисы, лирик тенор. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023), халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк һәм республика конкурстары лауреаты.
Биографияһы
1977 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ының Учалы ҡалаһына ҡараған Бөйҙө ҡасабаһында (2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы Учалы районы ауылы) тыуған[1].
Юғары белемле: 2004 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты вокал бүлегенең профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлаған[2].
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ 2004 йылда хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында солист (рус.)баш. булып башлай[3].
2008 йылдан — Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының вокал солисы, опера йырсы, опера труппаһының (рус.)баш. әйҙәүсе сәхнә оҫтаһы[1].
Сәхнә репертуары
Йырсының концерт репертуарында донъя һәм Рәсәй классикаһынан, шулай уҡ башҡорт композиторҙарының 230-ҙан ашыу опера спектаклдәрендәге ролдәр бар, шул иҫәптән[1]:
- В. А. Моцарт, «Волшебная флейта». Тамино;
- «Так поступают все женщины». Феррандо;
- Дж. Россини, «Севильский цирюльник». Граф Альмавива;
- Г. Доницетти, «Любовный напиток». Неморино;
- П. Чайковский, «Евгений Онегин». Ленский;
- «Орлеанская дева». Раймонд;
- Н. Римский-Корсаков, «Снегурочка». Царь Берендей;
- «Моцарт и Сальери». Моцарт;
- «Царская невеста». Бомелий;
- Ф. Легар, «Веселая вдова». Камилл де Россильон;
- Ж. Ж. Оффенбах, «Званый вечер с итальянцами». Бонифас;
- А. Спадавеккиа, «Хрустальная туфелька». Принц;
- С. Рахманинов, «Алеко». Молодой цыган;
- И. Штраус, «Летучая мышь». Альфред;
- Ш. Гуно, «Фауст». Зибель;
- Ж. Бизе, «Искатели жемчуга». Надир;
- Й. Гайдн, «Лунный мир». Чекко;
- С. Низаметдинов, «Наки». Айтуған;
- «В ночь лунного затмения». Аҡъегет;
- З. Исмәғилев, «Ҡоҙаса». Басир;
- «Салауат Юлаев». Бохайыр;
- Ж. Массне. «Дон Кихот». Родригес;
- А. Чайковский. «Рубеж». Григорий.
Ғаиләһе
Тормош иптәше — Динара, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби-драматик бүлектең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ғаиләлә ике ҡыҙ тәрбиәләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- 1997 — башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары-97» республика конкурсының II премияһы (Сибай);
- 2000 — яңғыҙ йыр башҡарыусыларҙың «Уралым» республика конкурсының III премияһы (Өфө);
- 2002 — вокалсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге асыҡ республика конкурсының II премияһы (Өфө);
- 2003 — татар йырын башҡарыусыларҙың Илһам Шакиров исемендәге халыҡ-ара конкурсының III премияһы (Ҡазан);
- 2004 — вокалсыларҙың Сәлих Сәйҙәшев исемендәге төбәк конкурсының II премияһы (Түбәнге Кама);
- 2006 — башҡорт халыҡ йырын башҡарыусыларҙың Абдулла Солтанов исемендәге конкурсының I премияһы (Учалы);
- 2008 — йәш башҡарыусыларҙың «Берҙәмлек көйҙәре» милли йыр фестиваль-конкурсы лауреаты (Һарытау);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Алим Каюмов. Башкирский государственный академический театр оперы и балета. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
- ↑ Каюмов Алим. Учалинская филармония. Официцальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
- ↑ Алим Каюмов. Сайт «Ticketland.ru». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
- ↑ Ҡыҙы барҙың наҙы бар. bashkizi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2026.
- ↑ Театр оперы и балета в Уфе отметил 85-летие с присвоением высоких званий и почётных наград. Рампа. Культура Башкортостана. Страницв в ВК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Башкирский государственный академический театр оперы и балета. Официальный сайт. Алим Каюмов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- Учалинская филармония. Официальный сайт. Каюмов Алим (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- Сайт «Ticketland.ru». Алим Каюмов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2026).
- «Йәшлек» гәзите, 2011 йыл, 21 май: Әлим Ҡәйүмов: «Опера хыянатты яратмай» -