Жлобин
Географик мәғлүмәт
Жлобин Гомель Полесьеһында урынлаша, Гомелдән 93 км. һәм Минскиҙан 215 км. алыҫлыҡта. Ҡалала Днепр йылғаһында пристань бар. Ул ҙур тимер юл узелы булып тора (Минск, Могилёв, Гомель, Калинковичи йүнәлештәрендә). Ҡаланың төньяҡ сиге М5 автомагистрале менән сикләнә. Ҡала стратегик транспорт үҙәге булараҡ төбәк иҡтисадында ҙур роль уйнай.
Геральдикаһы
Жлобин ҡалаһының гербы һәм флагы 2001 йылдың 28 декабрендә Жлобин ҡала башҡарма комитеты ҡарары менән раҫлана. Беларусь Республикаһының Герб матрикулында 2002 йылдың 28 ғинуарында № 80 һанлы яҙма менән теркәлә.
Герб һәм флаг ҡаланың тарихи мираҫын һәм үҙенсәлеген сағылдыра. Улар Жлобиндың символикаһын ғына түгел, ә уның үҫеш юлын да күрһәтә.
Тарихы
Археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, хәҙерге Жлобин биләмәһендә тәүге кешеләрҙең тораҡ пункттары боронғо тәүтормош йәмғиәте осоронда уҡ барлыҡҡа килә (ҡаланың нигеҙе һалыныуҙан күпкә элек). Днепр ярында, ҡала сиктәрендә, бронза быуаты осорона (б. э. т. II — I мең йыллыҡ башы) ҡараған тораҡ ҡалдыҡтары табыла. «Приднепровский» ҡала мәҙәниәте һәм ял паркында тимер быуат осорона ҡараған (б. э. т. I мең йыллыҡ аҙағы — б. э. I мең йыллыҡ башы) тораҡ эҙҙәре табыла. Был археологик табылдыҡтар Жлобин биләмәһенең боронғо тарихын сағылдыра һәм уның территорияһы борондан уҡ кешеләр өсөн уңайлы мөхит булып тороуын асыҡлай.
Рус-поляк һуғышы осоронда (1654—1667) 1654 йылдың 15 июлендә рус дәүләте яғында һуғышҡан казак гетманы Иван Золотаренко үҙенең яҙмаһында «Злобин ҡәлғәһен» (Речица, Стрешин, Рағасау һәм Горваль замоктары менән бергә) яндырыуҙары тураһында хәбәр итә. Был ҡәлғә хаҡында документтар бөтән һаҡланмаған. Шулай уҡ Злобин 1654—1655 йылдарҙағы хәрби ваҡиғаларға бәйле башҡа документтарҙа ла телгә алына.
Археологик мәғлүмәттәр буйынса, Жлобин ҡәлғәһе XV—XVII быуаттарҙа була, ул хәҙерге «Приднепровский» ҡала паркы янында, Чёрночка шишмәһе Днепрға ҡойған урында урынлаша. Хәҙерге ваҡытта был ерҙә спорт мәктәбе һәм спорт майҙансығы урынлаша.
Злобин 1772, 1776 һәм 1799 йылдар карталарында күрһәтелә. 1790 йылда Польша короле һәм Литва бөйөк кенәзе Станислав Август Жлобинда аҙналыҡ сауҙа һәм йылына дүрт йәрминкә ойоштороу өсөн хоҡуҡ бирә. 1792 йылдан башлап Крестовоздвиженская сиркәүе эшләй.
1919 йылдың 1 ғинуарынан Белорус Совет Социалистик Республикаһының составында.
Икенсе донъя һуғышында 1941 йылдың 3 июлендә Жлобин немец-фашист ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына.
1984 йылдан алып Жлобинда Беларусь металлургия заводы эшләй.
Халыҡ һаны
- 1847—965 кеше
- 1880—430 кеше
- 1897 — 2,1 мең кеше[1]
- 1909 — 4 270 жителей[2]
- 1924 — 9,6 мең кеше[1]
- 1939 — 19,3 мең кеше[1]
- 1959 — 19,2 мең кеше[1]
- 1965 — 22 мең кеше
- 1970 — 25,4 мең кеше[1]
- 1973 — 28 мең кеше
- 1979 — 37 мең кеше
- 1989 — 57 мең кеше
- 1995 — 65,9 мең кеше
- 1999 — 69,8 мең кеше
- 2001 — 71,2 мең кеше
- 2003 — 72,8 мең кеше
- 2005 — 72,8 мең кеше
- 2007 — 72,7 мең кеше
- 2009 — 72,5 мең кеше
- 2010 — 75,7 мең кеше
- 2013 — 75 335 кеше
- 2015 — 75,7 мең кеше
- 2016 — 75,6 мең кеше[3]
- 2017 — 76 068 жителей[4]
- 2018 — 76 220 кеше
- 2022 — 77 028 кеше
- 2023 — 77 049 кеше[5]
Милли состав
| 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса милләт составы | ||
|---|---|---|
| Милләте | Халыҡ һаны | % |
| Белорустар | 63 258 | 83,38 % |
| Урыҫтар | 7616 | 10,04 % |
| Украиндар | 1428 | 1,88 % |
| Сиғандар | 107 | 0,14 % |
| Поляктар | 106 | 0,14 % |
| Әрмәндәр | 101 | 0,13 % |
| Татарҙар | 101 | 0,13 % |
| Әзербайжандар | 57 | 0,08 % |
| Йәһүдтәр | 56 | 0,07 % |
| Молдавандар | 44 | 0,06 % |
- ↑ 1 2 3 4 5 Кірычэнка П. Жлобін // Энцыклапедыя гісторыі Беларусі. У 6 т. Т. 3. Мінск, 1996, с. 369. ISBN 985-11-0041-2. (белор.)
- ↑ Перепись населения Российской империи (1897) // Википедия. — 2018-03-15.
- ↑ Численность населения на 1 января 2016 г. и среднегодовая численность населения за 2015 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов и поселков городского типа. www.belstat.gov.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2018. Архивировано 29 май 2016 года.
- ↑ Численность населения на 1 января 2017 г. и среднегодовая численность населения за 2016 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов и поселков городского типа. www.belstat.gov.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2018. Архивировано 13 август 2020 года.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>билдәһе дөрөҫ түгел;:0төшөрмәләре өсөн текст юҡ