Заксенхаузен (концентрацион лагерь)
Заксенха́узен (нем. KZ Sachsenhausen) — Германияның Ораниенбург ҡалаһында урынлашҡан концентрацион лагерь.
1945 йылдың 22 апрелендә Ҡыҙыл Армия тарафынан азат ителә, шунан һуң 1950 йылға тиклем СССР Дәүләт именлеге министрлығының күсерелгән кешеләр өсөн транзит лагеры булып хеҙмәт итә.
Тарихы
Заксенхаузен лагеры 1936 йылдың июлендә ойошторола[1]. Төрлө йылдарҙа тотҡондар һаны 60 мең кешегә етә[2]. Лагерь биләмәһендә 100 меңдән ашыу кеше һәләк була[3].
Бында ойошторолған һәм яңы ойошторолған лагерҙар өсөн «кадрҙар» уҡый һәм ҡайтанан әҙерлек үтә. 1936 йылдың 2 авгусынан лагерь янында «Концлагерҙар инспекцияһы» штабы урынлаша.
Лагерҙа йәшерен ҡаршылыҡ комитеты эшләй. Ул киң тармаҡлы, яҡшы конспирацияланған лагерь ойошмаһына етәкселек итә. Подполье етәксеһе — генерал Александр Семёнович Зотов.
1945 йылдың 21 апрелендә, бирелгән бойороҡҡа ярашлы, үлем маршы башлана. 30 меңдән ашыу тотҡондо 500-әр кешелек колонналар менән Балтик диңгеҙе ярына күсерергә, баржаларға тейәп, асыҡ диңгеҙгә алып сығып, һыуға батырырға планлаштырыла. Әммә әсирҙәрҙе күпләп юҡ итеү тормошҡа ашырылмай — 1945 йылдың май башында совет ғәскәрҙәре уларҙы маршта азат итә[4]. 1945 йылдың 22 апрелендә Ҡыҙыл Армия частары лагерҙы азат итә[5].
Концлагерҙың картаһы
Лагерь ҙур өсмөйөш формаһында ҡорола, уны селтәр һәм сәнскеле тимер сымлы ҡойма уратып ала. Ҡапҡала «Arbeit macht frei» («Эш һине азат итә») тип яҙылған. Бөтәһе ун туғыҙ башня була, уларҙың һәр береһенән лагерҙың билдәле бер бүлеге күренеп тора.
Тотҡондар төркөмө
Мәғлүмәттәр буйынса, лагерҙа башҡалар араһында гомосексуалистар тотола. Концлагерь барлыҡҡа килгәндән алып 1943 йылға тиклем лагерҙа 600 алһыу винкель йөрөтөүсе һәләк була. 1943 йылдан улар башлыса лагерь госпиталендә табип йәки шәфҡәт туташы сифатында эшләй. Икенсе донъя һуғышынан һуң иҫән ҡалған гомосексуалист тотҡондарҙың күбеһе немец хөкүмәтенән компенсация ала алмай[6].
Билдәле тотҡондар
НКВД-ның махсус лагеры
1945 йылдың авгусында бында НКВД-ның 7-се махсус лагеры күсерелә.
Ошо мәлдән бында элекке хәрби әсирҙәрҙе — Советтар Союзына ҡайтыуҙы көткән совет граждандарын, элекке нацист партияһы ағзаларын, коммунистик система менән риза булмаған социал-демократтарҙы, шулай уҡ элекке немец офицерҙарын һәм сит ил кешеләрен тоталар. 1948 йылда лагерь «1-се махсус лагерь» тип үҙгәртелә.
1950 йылда ябыла.
Заксенхаузен бөгөн
1956 йылда ГДР хөкүмәте лагерь территорияһында милли мемориал булдыра, ул 1961 йылдың 23 апрелендә тантаналы асыла.
Бер нисә бина һәм ҡоролма һаҡланған йәки яңыртылған (ҡарауыл башнялары, концлагерь ҡапҡалары, крематорий мейестәре һәм йәһүдтәр өлөшөндә лагерь казармалары).
2011 йылда, фажиғәле датаны −13 мең совет хәрби әсирен язалап үлтереүгә 70 йыл — тулыуҙы билдәләп, хәтер сараһы үткәрелә[7]
2015 йылдың 19 апрелендә Германияның Ораниенбург ҡалаһында (Бранденбург федераль ере) элекке нацист концлагерын азат итеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы матәм саралары үткәрелә[8].
2020 йылдың 23 апрелендә Еңеү музейы һәм Александр Печерский фонды «Азат итеүселәр. Ҡыҙыл Армия-ның Заксенхаузен лагерын азат итеүгә 75 йыл» исемле онлайн сара үткәрә[9][10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Sachsenhausen : Путеводитель / Музей лагеря Заксенхаузен, отв. ред.: Эдуард Ульман. — Берлин : 1979, 3 с.
- ↑ Sachsenhausen : Путеводитель / Музей лагеря Заксенхаузен, отв. ред.: Эдуард Ульман. — Берлин : 1979, 17 с.
- ↑ Sachsenhausen : Путеводитель / Музей лагеря Заксенхаузен, отв. ред.: Эдуард Ульман. — Берлин : 1979, 18 с.
- ↑ из воспоминаний Г. Н. Ван дер Бела, цитируется по журналу: Сторожевая башня. — 1998. — 1 января. — С. 27.
- ↑ Sachsenhausen : Путеводитель / Музей лагеря Заксенхаузен, отв. ред.: Эдуард Ульман. — Берлин : 1979, 28 с.
- ↑ Гомосексуалы концлагеря «Заксенхаузен». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2011. Архивировано 8 апрель 2010 года.
- ↑ В Заксенхаузене почтили память советских солдат, расстрелянных нацистами осенью 1941-го. russkiymir.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2020. Архивировано 13 май 2021 года.
- ↑ Посол РФ почтил память узников концлагеря Заксенхаузен. www.mknews.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2020. Архивировано 13 май 2021 года.
- ↑ Ксения АНУФРИЕВА | Сайт «Комсомольской правды». Музей Победы и Фонд Печерского проведут онлайн-мероприятие к 75-летию освобождения лагеря Заксенхаузен. KP.RU - сайт «Комсомольской правды» (23 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020. Архивировано 27 апрель 2020 года.
- ↑ Освобождению Заксенхаузена посвятили онлайн-конференцию – Победа РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2020. Архивировано 21 октябрь 2020 года.
Тотҡондарҙың хәтирәләре
- Либстер М. В горниле ужаса: Рассказ человека, прошедшего через фашистский террор / Пер. с англ. — М.: Особая книга, 2007. — 192 с.: ил. — ISBN 978-5-9797-0003-8.
- Max Liebster: Hoffnungsstrahl im Nazisturm. Geschichte eines Holocaustüberlebenden; Esch-sur-Alzette, 2003; ISBN 2-87953-990-0
- Незримый фронт. Воспоминания бывших узников концлагеря «Заксенхаузен». — М.: Военное издательство министерства обороны СССР, 1961. — 272 с.
- Бойко Н. Е. Верю в бессмертие: Автобиографический очерк. — Курск: Христианин (издательство), 2006. — 7 с.
- «Суровая память» — фильм 1963 года Игоря Персидского, Свердловская киностудия (диплом Всесоюзного кинофестиваля в Ленинграде, 1964, диплом Международного кинофестиваля в Лейпциге, 1964)
Һылтанмалар
- Лазарь Медовар. «Концлагерь Заксенхаузен. К 60-летию Великой Победы и освобождения лагеря». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2007.
- Заксенхаузен: без права на прощение
- «Гомосексуалы концлагеря „Заксенхаузен“». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2007.
- History of the Sachsenhausen-Oranienburg camp on the Jewish Virtual Library part of the American-Israeli Cooperative Enterprise (инг.)
- Sachsenhausen among the Nazi camps (Germany), with list of its subcamps on a site is hosted by JewishGen, Inc (инг.)
- Photos and some history of Sachsenhausen Архивная копия от 22 март 2009 на Wayback Machine by scrapbookpages.com Архивная копия от 14 сентябрь 2008 на Wayback Machine (инг.)
- Ex-Death Camp tells story of Nazi and Soviet horrors by New York Times (инг.)