Зарипов Сәмиғулла Зариф улы
Зарипов Сәмиғулла Зариф улы (1904 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы[1][2].
Биографияһы
Зарипов Сәмиғулла Зариф улы 1904 йылда Башҡортостан Республикаһының Ҡандра районы (хәҙерге Туймазы районы) Сәйрән ауылында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 10 декабрендә (икенсе мәғлүмәт буйынса 2 декабрендә) Ҡандра район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[1][2].
1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Икенсе Тербуны ауылы эргәһендә хәбәрһеҙ юғала[1][2]. Документтарҙа ҡатыны Зарипова Нәзирә телгә алына[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Память народа. Зарипов Самигулла Зарипович 2021 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 Шаймуратовцы. ЗАРИПОВ Самигулла Зарипович
Сығанаҡтар
- Память народа. Зарипов Самигулла Зарипович 2021 йылдың 13 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. ЗАРИПОВ Самигулла Зарипович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)