Зарифуллин Рәмил Рәлиф улы

Рәмил Рәлиф улы Зарифуллин (рус. Зарифуллин Рамиль Ралифович1991 йылдың 6 ноябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй спортсыһы, саңғы менән трамплиндан һикереү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең спорт мастеры (саңғыла трамплиндан һикереү буйынса)[2].

Өфө ҡалаһында тыуған һәм йәшәй.

«Башҡортостан-1» йыйылма командаһы составында (Рәмил Зарифуллин, Григорий Леонтьев, Ильмир Хазетдинов, Дмитрий Васильев) К-125 трамплинында саңғы менән трамплиндан һикереү буйынса Рәсәй йәйге асыҡ чемпионаты призеры була[3].

Өфө юғары спорт оҫталығы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренеры — Никулин Владимир Андреевич, әлеге ваҡытта — Рәмил Рәжәп улы Абраров[4].


Спорт клубы: Олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (СДЮШОР), юғары спорт оҫталығы мәктәбе (ШВСМ) «Локомотив».

FIS Code: 6040[5].

Иҫкәрмәләр

  1. FIS database (ингл.)
  2. О присвоении спортивного звания «Мастер спорта России» / Приказ Минспорттуризма РФ от 15 октября 2009 года № 305-нг. Право.ru (15 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026. Архивировано 16 ғинуар 2014 года.
  3. Зарифуллин Рамиль Ралифович. Спортивный клуб «Летающий лыжник» (Пермь). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026. Архивировано 16 ғинуар 2014 года.
  4. «Летающие лыжники» Башкирии осваивают трамплины Сочи на чемпионате России. ИА «Башинформ» (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026. Архивировано 17 октябрь 2013 года.
  5. Ramil ZARIFULLIN — Athlete Biography (Ski Jumping) (ингл.). FIS (Международная федерация лыжного спорта). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.